Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2020, 00:25

Салауат. Мәңгегә диңгеҙҙә ҡалған егет

2000 йылдың 12 авгусында Баренц диңгеҙендәге күнекмәләр барышында Рәсәйҙең Төньяҡ флоты составына ингән “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе бата. Субмарина бортындағы 118 кеше – бөтә экипаж һәләк була. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Салауат Янсапов та булыуын ишембайҙар яҡшы белә. Үтә лә ауыр иҫтәлектәр...

- Ошо ҡәһәрле ваҡиғаға 20 йыл үтеп тә киткән, әммә был юғалтыуҙан беҙҙең йөрәк һаман әрней, - тип һөйләй Салауаттың инәйе Сәлимә Маннапова. – 2000 йылдың майында Ишембайға отпускыға ҡайтып китте. Ҡыҙҙар урамда хәрби кейемдәге сибәр егетте һоҡланып оҙатыр ине. Өлгөлө хеҙмәт итте, төрлө нәмәгә оҫта, изге күңелле булды. Диңгеҙ буйында йәшәргә хыялланды, аҡса эшләйем дә, туғандар менән йәшәрлек ҙур йорт һатып алам, тиер ине... Фажиғә булған урынға өс барҙым, йәш егеттәр әрәм булды, йылдар бер нисек тә яҡындарының йөрәк яраһын баҫмай.
Салауат Хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алыныуын ғүмеренең иң бәхетле көндәренең береһе тип һынай. Хыялы тормошҡа ашыуына ҡыуана. Өҫтәмә хеҙмәт итергә ҡала... Ғүмере өҙөлгән йылды, 3 сентябрҙә, уға ни бары 23 йәш тулған булыр ине.
Диңгеҙ төбөнән атом һыу һыу аҫты кәмәһен күтәреү операцияһы бик оҙаҡ бара. Контракт хеҙмәтенең баш старшинаһы, коктар бүлексәһе командиры Салауат Валерий улы Янсаповтың кәүҙәһе 29 октябрҙә “Курск”тың дүртенсе бүлегендә табыла. Егет хәрби бурысын үтәп, һуңғы минутҡа тиклем посында ҡалған булған. 5 ноябрҙә һалдатты Ишембайҙа ерләйҙәр. Салауат Янсапов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Фото: Сәлимә Маннапованың архивынан һәм асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: