Быйылғы ямғырлы, эҫе йәй баҡсасыларға һынау артынан һынау өҫтәп кенә тора. Ямғырҙар башланыу менән баҡсала лайлалы ҡусҡарҙар күбәйҙе. Ниндәй генә сара күрелмәне – еңеп булмай. Беҙҙә, Өфө районында улар эре, йыйып алһаң, бер килке юҡҡа сығып торалар. Ә бына ҡәйнәмдең баҡсаһы Краснокама районында. Унда ер ҡомло һәм оҙаҡ кипмәй. Ҡусҡарҙарға үрсер өсөн иң уңайлы шарттар. Көн һайын ҡәйнәм баҡсаһы буйлап банка тотоп йүгерә, ә ҡусҡарҙар сигенергә ашыҡмай. Хатта кәмеп тә ҡарамайҙар. Уңышты ҡотҡарырға кәрәк бит! Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлегенә шылтыраттыҡ.
- Лайлалы ҡусҡар (слизень) – баҡсала иң ерәнес ҡоротҡостарҙың береһе. Баҡса ҡусҡары бигерәк тә кәбеҫтәне үҙ итә. Йылы, ямғырлы йәй – уларҙың күпләп үрсеүенә сәбәпсе. Күптәр был ҡусҡарҙарҙы нимә эшләтергә, тип аптырап ҡала, - ти Мәнәүәрә Хисамутдинова һәм бер нисә халыҡ ысулын тәҡдим итә.
Бер биҙрә һыуға бер стакан 9 процентлы уксус һалырға һәм кисен кәбеҫтәгә һиптерергә. Шыйыҡса ҡусҡарҙың тәненә тейһә, яндыра икән.
Икенсе ысул - 2 аш ҡалағы нашатырь спиртын, 15 г ҡоро гәрсисте бер литр һыуға һалып, болғатып һиптертергә.
Өсөнсө ысул – ҡусҡарҙарға мунса! Был ысулды ла күп баҡсасылар маҡтай. Лайлалы ҡусҡар эҫене үҙһенмәй. Шуға ла һыуҙы 60 градусҡа тиклем йылытабыҙ ҙа лейка ярҙамында кәбеҫтәгә һибәбеҙ.
- Был ысулдарҙың береһе лә ярҙам итмәһә, химикаттар ҡулланырға кәрәк буласаҡ. Улар “Гроза” һәм “Мета” препараттары. «Слизнеед» тигән препарат та һәйбәт ярҙам итәсәк, - тип кәңәш итә Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы.