Киленебеҙ бар ине ул, тик... Ауырыны шул бахыр. Сире башында, улай ғына түгел, мейеһендә, тинеләр. Арыу ғына аҡса түгеп, дауалап та ҡараныҡ, белгестәргә лә күрһәттек. “Оҙаҡҡа бармаҫ, күп булһа, бер йыл, йыл ярым ғүмере ҡалған”, - тине бер белгес. Шулай булып сыҡты ла... Ҡалай итәһең, тормош бит...
Тәүге киленем менән эй матур йәшәнек. 15 йыл аҙ ғүмер түгел. Тәү күргәндән оҡшатҡайным үҙен. Баштан уҡ бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп кенә торҙоҡ. Ябай булды үҙе, әммә эшкә әрһеҙ, уңған, егәрле ине. Улай ҡапыл ғына сирләп китер, тип уйламағайныҡ та. Бығаса бер ҙә ауырығаны булмағас ней.
Был киленемде лә яманлағым килмәй. Төҫө барҙан төңөлмә, тиҙәр бит – төҫкә-башҡа бына тигән инде былай. Ҡупым ғына күренә. Күҙе-башы уйнап тора. Замана балаһы инде. Тәүге көндәрҙә бер аҙ аңлашылмаусанлыҡтар булып алды инде. Улай ғына хәл ниндәй ҡәйнә менән килен араһында булмаҫ. Ҡалай булһа ла аңларға, яйын-көйөн табырға тырышып, эргәһендә улай ҙа, былай ҙа бөтөрөлдөм. Һаҡһыҙ ҡыланып, үпкәләтеп ҡуймайым, тип тә шөрләңкерәйем. Ярай, яйлап бер-беребеҙгә өйрәнербеҙ әле.
Был киленем дә егәрле генә күренә былай, килгән көндө үк эшкә тотондо. Әле лә ана “Эш юҡмы?” – тип кенә тора. “Оҙон-оҙаҡ килешеп кенә йәшәргә яҙһын Алла бирһә”, - тип изге теләгемде теләй-теләй, бер ҡосаҡ керҙе һалып, янып торған күҙенә баҫып, өр-яңы кер йыуыу машинамды эшләтеп ебәрҙем дә, телевизорҙың пультын тотоп, яратҡан сериалымды ҡарарға тип диванға килеп ҡунаҡланым...