Гәзитебеҙҙең март айында сыҡҡан һандарының береһендә муниципаль район хакимиәтендә уҙған инвестсәғәттә “Агростартап” проектына ярашлы өс миллион һумлыҡ грантҡа дәғүә итеүсе эшҡыуар Фәнис Зөбәйеров тураһында яҙып үткәйнек. Ниһайәт, Фәнис Наил улының хыялы тормошҡа ашҡан, тигән хәбәр алдыҡ.
Форсаттан файҙаланып, балыҡсылыҡ хужалығына юл тоттоҡ. Эшҡыуар Верхотор ауылында үҙ эшен асҡан. Хужалыҡта эш былтыр уҡ башланған, ун быуа таҙартылып, һыу үткәреү коммуникациялары тергеҙелгән. Өс миллион һумлыҡ грант ауыл кооперацияһын үҫтереү һәм фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсанан бирелә.
Балыҡсылыҡ эшен үҫтереүгә етәксе үҙенең 600 мең һум аҡсаһын да индергән. Әле ҡуртымға алынған участкала инкубация цехы төҙөлгән. Балыҡсылыҡ хужалығы янындағы Тор йылғаһы аша һалынған емерек күпер һәм гидротехник ҡоролма тергеҙелгән, яр буйҙары төҙөкләндерелә. Фәнис Зөбәйеров үҙе Федоровка районынан, балыҡсылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Республикабыҙҙың һыу ятҡылыҡтары картаһын өйрәнеп, үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн балыҡсылыҡты үҫтереүгә бөтә шарттар ҙа булған Верхотор ауылын һайлаған.
- Быйыл тәжрибә йылы булып тора. Шулай ҙа беҙ Татарстанға һәм Ырымбур өлкәһенә карп ыуылдырыҡтарын һатабыҙ. Ыуылдырыҡ ҡарышлауығын етештереүҙе 20 миллион берәмеккә еткерергә планлаштырабыҙ. Уның бер өлөшөн һыу ятҡылыҡтарына ла ебәрәсәкбеҙ. Грант аҡсаһына махсус техника алынасаҡ, - ти Фәнис Наил улы. Фәнис Зөбәйеров үҫтерергә теләгән тармаҡ матди сығымдарҙан тыш эшкә юғары һәләтлелек тә талап итә.
- Тәүлегенә 24 сәғәт эшләргә кәрәк. Шуға ла балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә шуны әйтер инем – үҙегеҙҙе был хеҙмәткә тулыһынса арнарға әҙер булығыҙ. Әле минең менән өс хеҙмәткәр эшләй. Октябрь айҙарында тағы ла бер кеше кәрәк буласаҡ. Әлегә эш хаҡы 15 мең һум. Әгәр ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә икән, эш хаҡы ла артасаҡ, торлаҡ алырға ла ярҙам итәсәкбеҙ. Ул Ишембай районынан, айырыуса Верхотор ауылы кешеһе булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Бынан тыш, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бер-береһен алмаштырып, төрлө эштә эшләй алырға тейеш, - ти тәжрибәле етәксе.
Быуанан тәүге балыҡтарҙы октябрь айҙарында алыу күҙаллана. Был ваҡытҡа уны һатыу пункты ла әҙер буласаҡ. Әлегә тере карп һатыуға сығарыласаҡ, артабан эшҡыуар балыҡтарҙың башҡа төрҙәрен үрсетеүҙе лә планлаштыра. Башланғыс этапта балыҡтар үҙебеҙҙең районда һатыласаҡ. Артабан башҡа ҡалаларҙы ла тәьмин итәсәктәр. Эшҡыуар шулай уҡ балыҡсылыҡ менән бәйле туристик сервис, Верхоторҙың сағыу тәбиғәт урындарына экскурсиялар ойоштороуҙы ла күҙ уңында тота.