Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2020, 12:55

Сәстәрең тиҙ майланһа...

Майлы сәстәрҙе йыуырҙан 2-3 сәғәт алда баш тиреһенә алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Ул ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙам итә һәм сәс төптәрен нығыта. Сәстәр ныҡ ҡойолған осраҡта алоэ һутынан 1 сәғәткә компресс ҡуйырға була.

* Алоэ.

* 1 ҡалаҡ ваҡланған ҡайын япрағын иҙеп, порошок яһарға һәм 5 ҡалаҡ 45 градуслы спирт йә араҡы ҡойоп, 1 аҙна ныҡлы ябылған һауытта тоторға. Төнәтмәне һөҙөп, баш тиреһенә һөртәләр.
* Сәсте йыуған арауыҡта лимон һуты һөртөү файҙалы. Ул майһыҙландыра һәм ҡысыуҙан арындыра.
* Йыуырҙан 1-2 сәғәт алда баш тиреһенә 2:1 күләмендә алынған лимон һәм кишер һуты ҡатнашмаһын һөртөп, таҫтамал менән урарға. Сәсте йыуғас, тәүҙә - һыу, һуңынан лимон һуты ҡушылған (1,5-2 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты) бүлмә температураһындағы һыу менән сайырға.
Фото: интернет
Читайте нас: