Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2020, 17:31

Ҡот-ырыҫ бар был йортта

Күңелдәрендә донъя көтөүгә дәрт бөркөп торған, тырыш, маҡсатлы йәштәрҙең өлгөһө сағыла Көҙән ауылында йәшәүсе Лилиә менән Илгиз Ибәтуллиндарҙың ғаиләһендә.

Күңелдәрендә донъя көтөүгә дәрт бөркөп торған, тырыш, маҡсатлы йәштәрҙең өлгөһө сағыла Көҙән ауылында йәшәүсе Лилиә менән Илгиз Ибәтуллиндарҙың ғаиләһендә.
Егәрле кеше бер ҡайҙа ла юғалмай. Өс бала үҫтереүсе Ибәтуллиндарҙың донъяһына ҡарап, ошоға йәнә бер инанып ҡайттыҡ. Иң өлкәне Камиллаға әле 13 йәш булһа, уртансылары Айлинаға 7 йәш тулып килә, кескәйҙәре Данияр 7 айлыҡ.

Йәштәрҙе Стәрлетамаҡ осраштыра

Лилиә Ринат ҡыҙы ла, Илгиз Абдулла улы ла ауылда тыуып үҫкәндәр. Илгиз - Көҙән егете, Лилиә - Петровск һылыуы. Танышҡан ваҡиғаны улар әле лә күңелле итеп иҫкә ала.
- Мин ул ваҡытта Салауатта уҡып йөрөй инем. Йәйге каникулда ауылда һатыусы булып эшләгән осорҙа Илгиздең туғаны мине күреп, “ағайыма һинең кеүек кенә кәләш кәрәк ине”, тип шаяртып әйтеп китте, - тине һүҙ башлап Лилиә.
Илгизгә лә Лилиә тураһында ҡолағына һалып ҡуялар. Ләкин егет шунда уҡ танышырға ҡыймай. Шулай ҙа яҙмыш уларҙы барыбер осраштыра. Ул ваҡытта Илгиз Стәрлетамаҡта уҡып һәм эшләп йөрөгән була, Лилиә Салауатта белем ала.
- Мин тәбиғи матурлыҡты яратам. Лилиәне тәүге күргәндә үк уның артыҡ биҙәнмәүенә иғтибар иттем һәм шунда уҡ оҡшаттым, - тип һүҙгә ҡушылды ғаилә башлығы. Лилиәнең йөрәген дә ҡара ҡашлы, ҡара күҙле Көҙән егете тиҙ яулай.
Йәштәр тиҙҙән өйләнешә. Тәүҙә ике йыл Стәрлетамаҡта йәшәһәләр, артабан ауылға күсеп ҡайталар. Хәҙер Көҙәндә төпләнеүҙәренә лә 12 йыл булып киткән.

Тыуған ерҙең көсө ныҡ

Ауылға күсенгәс, йәштәрҙе ҡайҙа йәшәү һорауы борсомай. Илгиздең атаһы хәстәре менән төҙөлгән йортта гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр.
- Ауылда малын да тоторға кәрәк. Беҙ ҙә тәүге йылда уҡ мал аҫрай башланыҡ. Яйлап уларҙы ишәйттек. Һыйыр булғас, балаларға һөтө, ҡатығы, эремсеге, ҡаймағы бар. Тауыҡ аҫрағас, йомортҡаһы ла үҙеңдеке, - ти хужабикә. Баҡсаларында гөрләп үҫеп ултырған йәшелсә-емеште лә уйлаһаң, тырышлығың булһа, ауылда йәшәүгә бер нәмә лә етмәүенә инанаһың.
Мал тигәндән, хәҙер уларҙың һаны ла байтаҡҡа артҡан, һыйырҙары ғына өс башҡа етә. Хужабикәгә эште еңелләштереү сараһын да күргәндәр, һыйыр һауыу аппараты менән һауалар. Күп малға бесәнде лә мул хәстәрләргә кәрәк. Был йәһәттән дә артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ. Ғаилә башлығының тракторы булғас, төп көс техникаға төшә.
Йәш ғаилә өйҙә лә бар уңайлыҡтар булдырған. Йылы һыу, автомат кер йыуыу машинаһы, бигерәк тә, бәләкәй балалары булған ғаиләне күп мәшәҡәттәрҙән азат итә.

Ҡулы эшкә оҫта ҡайҙа ла юғалмай

Ғаилә башлығының балта эшенә оҫталығы донъяларын бөтәйтергә булышлыҡ итә. Һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләргә ярата ул. Атаһы һалған йорт, мунсаға өҫтәп, ҙур итеп гаражын да, хужалыҡ ҡаралтыһын да, мал ҡураһын да төҙөп ҡуйған. Өйөндәге йыһаздары ла уның ҡулдары менән эшләнгән. Өҫтәл, ултырғыс, гөл кәштәләре, карауат - һәр береһе хужаның оҫта ҡулы тураһында һөйләй. Кескәй улы өсөн эшләгән сәңгелдәк өйҙөң түрен биҙәп эленеп тора. Аш-һыу бүлмәһендәге уҡлау, турағыс таҡта кеүек кәрәк-яраҡтар ҙа уныҡы.
- Киләсәктә ҙур хыялым бар – ошо урынға үҙ ҡулдарым менән үҙем теләгәнсә йорт һалыу, эсенә йыһаздарҙы ла яңынан эшләп ултыртыу, – тип ниәттәре менән дә бүлеште Илгиз.
Ағас эше – Илгиздең күңел шөғөлө. Нимәгә генә тотонһа ла, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп килеп сыға. Эшләй башлаһа, сәғәттәр буйы айырыла алмай. “Һәр ағастың үҙенең үҙенсәлеге бар. Хатта буяу ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә”, - ти ул.
Ағастан яһаған тәүге эшен дә иҫләй:
- Атайымдың бер туғаны Шәрифулла бабай балта эшенә бигерәк тә оҫта. Уның улына ағастан уйынсыҡтар эшләгәнен ҡарап тотоп, бала саҡта мин дә үҙемә арбалы трактор яһап алдым. Тәүге эшем - ағас тәгәрмәсле тракторым әле лә күҙ алдында. Аҙаҡ армиянан отпускыға ҡайтҡан саҡта ултырғыс эшләнем. Шулай итеп ағас эшенә ҡыҙыҡһыныу арта барҙы. Әле белеп бөтмәгән әйберҙәр күп әле, өйрәнергә лә өйрәнергә. Эшләгән һайын яңылыҡ асаһың, - ти ул.
Күңел һалып башҡарғанға ла Илгиздең һәр эше бар яҡлап бөтөн. Тәбиғәттән һалынған һәләт кенә ошондай матурлыҡты тыуҙырырға ярҙам итәлер. Хәҙер онотола төшкән талдан үрелгән кәрзиндәрҙе лә күрергә тура килде был йортта. Уларҙың үҙ йәме, күрке бар.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән һымаҡ, ғаилә башлығының умартасылыҡ эшенә лә оҫталығын күрҙек. Бәләкәй саҡта атаһына ярҙам итеп үҫкәнгә лә был шөғөл уға ят түгел. Умарталарының 10- дан артып киткән ваҡыттары ла булған, ләкин үткән йылда күпләп ҡырылғандар. Әле баҡсаларында өс кенә умарталары булһа ла, ғаиләләренә етерлек бал алғандар.
- Быйыл йәй матур килде. Әле ҡорттар көнбағыштан, сәскәнән бал йыя әле. Ҡарап торһаң, бал ҡорттары ла кешеләр һымаҡ. Өс умартаның береһе матур эшләй, икенсеһе – уртаса, өсөнсөһө һүлпән. Кешеләр ҙә бит, кемдер тырышып эшләй, икенсеһе көн үткәрер өсөн йөрөй. Ә һөҙөмтә эштә күренә, - ти хужа бал ҡорттарын кешеләр менән сағыштырып.
Илгиздең киләсәккә ҡорған ҙур хыялдарының береһе - умарталары һанын арттырыу, ҡортсолоҡ серҙәрен тәрәнерәк асыу. Мин тәжрибәле умартасы түгел, тиһә лә йәштәр күңелендә атаолатайҙарыбыҙҙың боронғо һөнәренә ҡыҙыҡһыныуы һөйөндөрҙө. “Йәштәр умартасылыҡ менән шөғөлләнһен, үҙебеҙҙең урындағы бал ҡорттарын үрсетһен”, тигән кәңәштәрен дә әйтте ул. Әйткәндәй, умарталары, уларҙың рамдары ла уңған хужаның ҡулдары менән эшләнгән.

Силәгенә күрә ҡапҡасы

Ҡатын-ҡыҙҙың эше күренмәһә лә уның иңенә әллә күпме бурыстар һалынған. Өйҙә тәртип, бөхтәлекте булдырыу, ғаиләгә тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләү, балаларҙы ҡарау, йорт-ихата тирәһендәге ваҡ мәшәҡәттәр әллә күпме көстө ала. Был йәһәттән өс бала әсәһе Лилиә барыһына ла өлгөрә. Иренең һәр башланғысында ла терәк-таяныс ул. “Ҡәйнәм, ҡайным” тиеү был ғаиләгә хас түгел. Ике яҡтағыларға ла атай һәм әсәй тип өндәшәләр. Туғандары килгәндә лә ишектәре лә, йөҙҙәре лә һәр ваҡыт асыҡ. Был сифаттар ғаиләне тағы ла нығыраҡ туплай, берләштерә, нығыта.
“Беҙ бер-беребеҙгә тура килгәнбеҙ. Икебеҙ бер тулҡындабыҙ”, тип йылмая Ибәтуллиндар. Ғаилә ныҡлығының сере лә, моғайын, ошондалыр. Ошо бәхет, ҡот, бәрәкәт уларҙы бер ҡасан да ташламаһын ине.

Фото: автор
Читайте нас: