Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2020, 12:31

Хоҡуҡтары яҡланды

Республика йортонда онлайн форматта үткән "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Республика йортонда онлайн форматта үткән "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондының күҙәтеү советы объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙә финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. "Ишимбайжилстрой" компанияһының М. Ғәйфуллин урамы, 2 адресындағы йорто ла муниципаль районы хакимиәтенең ғаризаһы буйынса алданған өлөшсөләрҙең сығымдарын компенсациялау программаһына индерелә.
Күрһәтелгән объекттың (М. Ғәйфуллин урамы, 2) төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларға район хакимиәтенә 8 (34794) 4-04-60 телефоны буйынса шылтыратырға йәки 7-се кабинетҡа килергә кәңәш ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Йәштәр урамы, 12 адресы буйынса төҙөлөп бөтмәгән йорттоң өлөшсөләре проблемаһы ыңғай хәл ителгәйне. Ул саҡта алданған граждандарҙың аҡсаһын Социаль маҡсатлы программалар фонды ҡайтарырға ярҙам иткән.
Фото: интернет
Читайте нас: