Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2020, 18:22

Десантсылар юбилейҙарын билдәләне

Үткән йәкшәмбе ҡаланың Еңеү паркында һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығына арналған тантаналы митинг булып үтте. Унда Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов та ҡатнашты.

Үткән йәкшәмбе ҡаланың Еңеү паркында һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығына арналған тантаналы митинг булып үтте. Унда Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов та ҡатнашты.
Илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүсе сараға өлкәндәр менән бергә йәштәр, балалар ҙа килгәйне. Митинг Совет һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Район Советы рәйесе Олег Агафонов үҙенең сығышында был көндөң әһәмиәтле булыуын билдәләне. Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгән, еңел булмаған хеҙмәттәрен лайыҡлы үткән ир-егеттәргә артабан да уңыштар теләне.
Байрам уңайынан ул бер төркөм десантсыларға “Һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығы” тигән юбилей миҙалдарын, муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында ҡала һәм райондың һауадесант ғәскәрҙәре ветерандары союзына 25 йыл буйы етәкселек итеүсе Илдус Хөбөтдинов та бар ине. Әлеге байрамда ул был яуаплы вазифаны артабан әүҙем йәштәрҙең береһе Антон Овечкинға тапшырыуы тураһында белдерҙе.
- Кемдәр һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уларҙың юлын улдары, ейәндәре дауам итһен ине. Был ғәскәрҙең мәртәбәһе һәр ваҡыт юғары булһын, - тине ул барыһына һаулыҡ теләп. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандар союзының рәхмәт хаты ла тапшырылды. Район һәм ҡалала ветерандар хәрәкәтенә әүҙем ярҙамы өсөн уға Азат Яппаров лайыҡ булды.
Ҡотлауҙар, тәбрикләүҙәр был көндө байтаҡ яңғыраны. Йәш егеттәр араһында тап һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә атлығыусыларҙың күп булыуы ла уның юғары абруйы тураһында һөйләй. Тантаналы митинг барышында тағы ла бер нисә кешегә “Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәргә 25 йыл” миҙалдары ла бирелде.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең байрам уңайынан әҙерләгән музыкаль бүләктәре лә сараны биҙәне. Был да байрам кәйефен арттырып ебәрҙе. Аҙаҡ махсус бүленгән майҙансыҡта Ырымбур казактары ғәскәрҙәре төрлө күнекмәләр күрһәтте. Сараға килеүселәр уларҙың да оҫталығын ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Фото: автор
Читайте нас: