Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2020, 12:09

Уңған хужаларҙың ихатаһы ла йылмайып тора

Күркәм, тәрбиәле ихаталар – был йортта йәшәүсе хужаларҙың уңғанлығы тураһында ғына һөйләп ҡалмай, ауылға йәмле биҙәк тә өҫтәй. Зауыҡлы биләмәләр йылында ғына түгел, ундайҙар йорт тирәләрен һәр ваҡыт тәртиптә һәм матурлыҡта тота. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Илүзә менән Илдар Зөлҡәрнәевтар йорто ла эргә-тирәгә йәм биреп ултыра, кешеләргә яҡшы кәйеф өләшә.

Күркәм, тәрбиәле ихаталар – был йортта йәшәүсе хужаларҙың уңғанлығы тураһында ғына һөйләп ҡалмай, ауылға йәмле биҙәк тә өҫтәй. Зауыҡлы биләмәләр йылында ғына түгел, ундайҙар йорт тирәләрен һәр ваҡыт тәртиптә һәм матурлыҡта тота. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Илүзә менән Илдар Зөлҡәрнәевтар йорто ла эргә-тирәгә йәм биреп ултыра, кешеләргә яҡшы кәйеф өләшә.
Килеп инеү менән иң элек ике яҡлап теҙелеп ултырған сәскәләр күҙҙе иркәләй. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Барыһын һанап сығыу мөмкин дә түгел. Беҙ барғанда ҡайһылары сәскә атып бөткән булһа ла, гөл баҡсаһында гүзәллек һаман да бөркөй ине. Розаларҙың ғына унлап төрөн һананыҡ.
Сәскәләре тураһында ихлас итеп һөйләүенә ҡарап та хужабикәнең гөл-сәскәләр яратыуын аңланыҡ. Бигерәк тә уның күңеленә хризантемалар хуш килә икән. Һарыһы, ағы, ҡыҙылы, ҡуйы ҡыҙылы, алһыуы – һәр төрлөһө урын алған. Ҡара көҙгә тиклем сәскәгә төрөнөп гүзәллек таратып ултыра улар. - Электән сәскә үҫтереүе оҡшай. Уларға ҡарап күңел шатлана.
Ҡайһы берәүҙәре ябай ғына һымаҡ булһа ла, үҙҙәренсә матур. Быйыл ямғыр етмәгәс, сәскәләрем ҡайтышыраҡ һымаҡ. Сөнки күпме генә һыу һипһәң дә, тәбиғәт һыуына етмәй. Әле бына ямғырҙан һуң күҙгә күренеп күпереп, асылып киттеләр, - ти Илүзә Исламморат ҡыҙы.
Матурлыҡты яратҡанға ла улар шулай балҡып, күпереп сәскә аталарҙыр. Уңған хужабикә сит ҡалаларға барһа ла, мотлаҡ ятыраҡ сәскәләрҙең орлоғон алып ҡайтырға тырыша. Шуға ла гөл баҡсаһы йылдан-йыл байый бара.
Гөл-сәскә генә түгел, йәшелсәемеш баҡсаһы ла һоҡланғыс. Теплицала ҡауын, ҡарбуздары өлгөрөп килә, помидорҙары ла күптән ҡыҙарған. Бер бөртөк сүп үләне күрмәҫһең, һәр түтәлдә тәртип, бөхтәлек. Быйыл һары ҡурай еләге, баҡса еләге лә күп уңыш биргән. Ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтҡанда баҡса емештәренең төрлөһөн тәмләп кинәнәләр. Уңғандарҙың ғына баҡсалары шулай булалыр. Сәскәләргә ҡарап күңел һөйөнһә, тыуған тупраҡтың көсөн һеңдереп үҫкән йәшелсә-емештәр ҙә иң татлыһы.
- Сәскәләрҙе яратығыҙ, улар тормошто биҙәй, матурлыҡҡа ынтылыш тыуҙыра, көс, дәрт бирә, - ти Илүзә Зөлҡәрнәева.
Фото: автор
Читайте нас: