Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2020, 01:20

Баҡа япрағының файҙаһын күр...

Һыу буйҙарында, юл ситтәрендә үҫкән был үлән, моғайын, барығыҙға ла бала саҡтан таныштыр.

Һыу буйҙарында, юл ситтәрендә үҫкән был үлән, моғайын, барығыҙға ла бала саҡтан таныштыр.
Ул июндән авгусҡа тиклем сәскә ата. Дарыу өсөн уны нәҡ бына сәскә атҡан сағында йыялар.
Баҡа япрағының (частуховые) яраларҙы төҙәтеү, тән тиреһе күҙәнәктәренең яңырыуын тиҙләтеү үҙенсәлеге бар. Халыҡ уның был үҙенсәлеген элек-электән белгән: яраларға баҡа япрағын өҙөп йәбештерһәң, ул тиҙерәк уңала, шешмәй.
Баҡа япрағы төнәтмәһе үпкә шешкәндән, туберкулездан, йүтәлдән, тын юлдары елкенһенеүҙән шифалы.
Уның ашҡаҙан сирҙәрен: гастритты, ашҡаҙан һәм ун ике эсәк йәрәхәте, энтерит, энтероколитты дауалағанда ҡулланалар.
Баҡа япрағы һуты ашҡаҙан секрецияһын көсәйтә. Юҡҡа ғына уны халыҡ медицинаһында ашҡаҙан, эсәклектәге һәм үпкәләге яман шештәрҙе дауалау өсөн ҡулланмағандар.
Ангина булғанда, тамаҡты баҡа япрағы һуты йә иһә төнәтмәһе менән сайҡау яҡшы һөҙөмтә бирә. Тәмен яҡшыртыу өсөн, бер аҙ бал да ҡушырға була.
Өлкән кешеләрҙең ғәҙәттә эстәре кибеүсән була. Баҡа япрағының орлоҡтарынан яһалған төнәтмә эсәклектәге хәрәкәтте яҡшырта.
Гомеопатияла баҡа япрағы төнәтмәһе зоб һәм мастопантияны дауалағанда ҡулланыла.
Баҡа япрағын ашҡаҙан һутының әселеге юғары булғанда ҡулланырға ярамай!
Фото:Lisky.org.ua
Самат Ғәлин
Читайте нас: