Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2020, 02:39

Кесерткәндең файҙаһын күр...

Кесерткән – витаминдар сығанағы, уның составында файҙалы матдәләр бар. Кесерткән тирене йәшәртергә, уны файҙалы матдәләргә байытырға һәләтле.

Кесерткән – витаминдар сығанағы, уның составында файҙалы матдәләр бар. Кесерткән тирене йәшәртергә, уны файҙалы матдәләргә байытырға һәләтле.
Нормаль тире өсөн бындай битлек яһайҙар: 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән, йылы һөт һәм 1 йомортҡа һарыһы алалар. Кесерткәнде һөткә һалып 10 минут тоталар. Йомортҡа һарыһын өҫтәп болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр. Битлек тирене туҡландыра, йомшарта. Тире ҡоро булғанда, 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән япрағы, петрушка, 1 сәй ҡалағы һөт һалып болғаталар. Ҡатнашманы биткә һөртөп, өҫтөнә салфетка һәм һөлгө ҡаплайҙар. 20 минуттан башта – йылы, аҙаҡ һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма битте дымландыра, бер аҙ ағарта һәм тирене витаминдарға байыта.
Һулыған тире өсөн. 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән һәм бал алып болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма битте туҡландыра, дымландыра, ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. Күп халыҡтарҙа кесерткәндең йәш ботаҡтарын аҙыҡҡа ҡулланалар, уларҙан йәшел щи бик тәмле була. Бигерәк тә Кавказ халыҡтарында кесерткәндән тәмле милли аштар әҙерләү киң таралған. Кесерткәндең япраҡтарынан аҙыҡ һәм фармацевтика продукттары өсөн зарарһыҙ йәшел буяғыс, ә һабағынан туҡыма өсөн сүс алалар. Уны шулай уҡ медицинала, косметологияла файҙаланалар.
Фото:Pixabay.com
Самат Ғәлин
Читайте нас: