Уҙған шаршамбы Ҡолғона ауылы мәҙәниәт йортонда урманды законлы файҙаланыу маҡсатында урындағы халыҡ менән осрашыу ойошторолдо.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Ишембай район-ара прокуроры Степан Чистяков, полиция начальнигы урынбаҫары Роберт Хәсәнов, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе Илшат Макаров, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе буйынса Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге начальнигы Вячеслав Пирогов ҡатнашлығында уҙған сарала ағасты законһыҙ ҡырҡыу, уны төндә ситкә оҙатыу, диләнкенең сиген боҙоу кеүек мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
Азамат Фәрит улы билдәләүенсә, районда "Алға" махсус иҡтисади биләмәһен төҙөү осоронда мөмкинлектәребеҙ ҙә ҙур. Мәҫәлән, Ҡариҙел районы миҫалында урман сәнәғәте ассоциацияһын үҙебеҙҙә лә ойошторорға булыр ине. Ул саҡта урындағы халыҡ та эш менән тәьмин ителәсәк, "ҡара урмансылар"ҙың да юлы быуыласаҡ.
Урманды законһыҙ файҙаланыу буйынса мәғлүмәт менән Ишембай район-ара прокуроры Степан Чистяковҡа һәр аҙнаның дүшәмбе көнөндә мөрәжәғәт итергә була. Полиция начальнигы урынбаҫары Роберт Хәсәнов та һеҙҙең телефондан шылтыратыуығыҙҙы көтә.