Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2020, 18:27

Алма ағасын әле киҫһәң, һөҙөмтәһе күренә

Беҙҙең ихаталағы алмалар – элекке хужаларҙан мираҫ, 10-15 йәшлек ҙур ағастар. Уларҙы ҡарауы, яҡшы уңыш алыуы күп көс талап итә. Яңыртырға, уңыш бирмәгән ботаҡтарын бысып ташларға кәрәк. Быны нисек эшләргә һуң? Кемдәрҙер был эште йәйгеһен, ошо ваҡытта башҡарырға кәңәш итә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башғортостан буйынса филиалы белгесе, емеш биргән ағастар буйынса белгес, агроном Фирҙәүес Аҫылбаева нимә уйлай икән?

- Ысынлап та, ағас һәйбәт үҫешһен, ауырымаһын, яҡшы уңыш килтерһен өсөн уны йәйгеһен киҫеү һәйбәт алым. Быға тиклем белгестәр был ваҡытта ағастарға тейергә ярамай тип бара ине. Хәҙер ҡараш бер аҙ үҙгәрҙе. Йәйгеһен эшләнгән был эштең маҡсаты ябай – ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Ағасҡа зыян клитермәй генә артыҡ, яңы үҫеп сыҡҡан ботаҡтарҙы алып ташлау, сөнки улар ағастың көсөн ала.
Ағасҡа дөрөҫ форма биреү ҙә кәрәк. 45 градустан ашыу ҡыя үҫкән ботаҡтарҙы алырға кәрәк. Икенсе йыл үҫкән ботаҡтарҙы ике тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкин.
Бындай эштәрҙе өс йыл һайын атҡарып торорға була. Алма йәш булһа, уңыш бирәмәгән ботаҡтарҙы киҫергә кәрәк. Өҫкө ботаҡтарҙың өҫтөн бер ус оҙонлоғонда киҫегеҙ, - тип кәңәш бирә Фирҙәүес.
Ысынлап та, йәйгеһен алмағасты киҫеү минең кеүек тәжрибәһе әллә ни күп булмаған баҡсасы өсөн иң һәйбәте. Ҡайһы ботаҡты алырға кәрәклеге, ҡайһыныһын ҡыҫҡартырға була икәнлеге шунда уҡ күренеп тора.
Читайте нас в