Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2020, 01:36

Һуғанмы, һарымһаҡмы?

Һуған һәм һарымһаҡтың һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеген һәр беребеҙ яҡшы белә. Күптәр һарымһаҡты яҡын күрһә, икенселәре һуғанды һайлай. Ә бына икәүһен дә яратыусыларға хатта мәкерле тойолған сирҙәр ҙә яҡынлаша алмай...

Һуған һәм һарымһаҡтың һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеген һәр беребеҙ яҡшы белә. Күптәр һарымһаҡты яҡын күрһә, икенселәре һуғанды һайлай. Ә бына икәүһен дә яратыусыларға хатта мәкерле тойолған сирҙәр ҙә яҡынлаша алмай, сөнки һуған менән һарымһаҡтың ҡайһы бер яман шеш төрҙәренә ҡаршы тороу үҙенсәлеге асыҡланған. Кем был йәшелсәләрҙе даими ашай, уларҙың яман шеш менән сирләү хәүефе аҙыраҡ. Һуғанда – антиәсеткес, һарымһаҡта көкөрт элементы булыуы билдәле.

Табиптар әйтеүенсә, тап ошо матдәләр организмдың һаҡланыу тәьҫирен көсәйтә. Ғалимдар тикшереп ҡарағандан һуң шундай фекергә килгән: һуғанды аҙнаһына ете тапҡыр һәм унан да күберәк ашаған кешеләрҙә, был йәшелсәне һанға һуҡмағандарға ҡарағанда, сиргә юлығыу хәүефе яртылаш кәм булған. Ошо уҡ хәл шулай уҡ һарымһаҡ һөйөүселәргә лә ҡағылған.

Йәшелсәнең был төрҙәре ауыҙ, тамаҡ, бауыр һәм түллек биҙендә яман шештәр хәүефен кәметә икән. Шулай уҡ күптәр һуған һәм һарымһаҡты һалҡын тейеүҙән һаҡланыу өсөн дә ҡуллана, ә инде коронавирус пандемияһы осоронда был йәшелсәләрҙең файҙалы икәнлегенә йәнә беп тапҡыр инандыҡ. Шуға күрә һис тә икеләнмәй, һуған да, һарымһаҡ та файҙалы тибеҙ, уны һәр көн ҡулланырға кәңәш итәбеҙ. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: botanichka.ru
Карима Усманова
Читайте нас: