Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2020, 12:53

Мөбәрәк булһын Ҡорбан байрамы!

Ошо йомала бөтә донъя мосолмандары изге байрамдарыбыҙҙың береһе – Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға йыйына. Был көндәрҙе ысын күңел менән тәүбә итеп ҡаршыларға кәрәк, тип нәсихәт бирә динебеҙ.

Ошо йомала бөтә донъя мосолмандары изге байрамдарыбыҙҙың береһе – Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға йыйына. Был көндәрҙе ысын күңел менән тәүбә итеп ҡаршыларға кәрәк, тип нәсихәт бирә динебеҙ.

Изге Зөлхизә айы

Зөлхизә, йәғни Ҙулхиджә(ғәрәп) – ислам динендәге 4 изге айҙың айырыуса мөҡәтдәсе, хөрмәтлеһе. Исламға тиклем был айҙы ғәрәптәр "мәймүн" тип атаған. Изге айҙың унынсы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Төп фарыз – хаж ғәмәле Ҡорбан ғәйетендә башҡарыла. Ул пәйғәмбәребеҙ хаж ҡылған Зөлхизә айының унынсы көнө менән билдәләнә. Быйыл ғәйет намаҙы миләди иҫәп буйынса 31 июлгә тура килә һәм ҡояш сығып көйәнтә буйы күтәрелгәс башлана. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Ғәйет ҡорбанын быйыл 31 июлдә, йәки 1- 2 августа иртәнсәк, ҡояш ҡалҡып бер ни тиклем ваҡыт үткәс, салырға кәрәк.

Ҡорбан малы

Ҡорбанға һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә кеүек пар тояҡлы мал һуйыла. Кәзә, һарыҡ – 1 йәштән, һыйыр малы – 2 йәштән, дөйә 5 йәштән үтергә тейеш.
Ҡорбанға һимеҙ, теүәл ағзалы малды (ауырымаған, сатанламаған, ҡолаҡ, ҡойроғо, мөгөҙө 3-тән бер өлөшөнән дә артығыраҡ ҡырҡылмаған, өҙөлмәгән, һынмаған) һайларға кәрәк. Һарыҡты, кәзәне – бер кеше, һыйырҙы 7 кеше (ғаилә) исеменән ҡушылып салырға мөмкин. Әммә күмәкләп салғанда һәр береһенең дә ҡорбанға аныҡ ниәте булырға тейеш. Хатта берәүһе генә ит өсөн салам тиһә, йәки башҡа уй менән ниәттән тайпылһа, ҡалған 6-һының ҡорбаны ҡабул булмай. Һыйырҙы 7 һәм унан кәмерәк кеше ҡорбанлыҡ итә ала, кеше һаны 7-нән артһа – ярамай. Итен өлөштәргә киҫәкләп түгел, ә үлсәп бүләләр.

Ҡорбан салыу доғалары

Ҡорбанды салыусы хайуанды аяҡтары менән ҡиблаға ҡаратып һул яғына ятҡырғандан һуң, һуйыу алдынан ошо һүҙҙәрҙе әйтергә тейеш: «Бисмилләһи, үәллаһу әкбәр, Аллаһуммә һәҙә минкә үә иләйкә, Аллаһуммә тәҡаббәл миннии».
Мәғәнәһе: «Аллаһтың исеме менән, Аллаһ иң бөйөк, Йә Аллаһ! Был (ҡорбан) Һинән ине һәм ул Һинең өсөн, Йә Аллаһ! Уны минән ҡабул ит».
Әгәр кеше бөтөн ғаилә ағзалары исеменән ҡорбан салырға теләһә, ул ваҡытта ул шулай ти: «Бисмилләһи, үәллаһу әкбәр, Аллаһуммә һәҙә ғәннии үә ғән әәли бәйтии».
Мәғәнәһе: «Аллаһтың исеме менән, Аллаһ иң бөйөк, Йә Аллаһ! Был (ҡорбан) минән һәм минең ғаиләмдән».
Шулай уҡ был уҡыла торған һүҙҙәргә тиклем ҡорбанды салыу алдынан Мөхәммәд (с.ғ.с) әйткән һүҙҙәрҙе лә уҡыу сөннәт ғәмәл булып һанала. Жәбир ибн Ғабдуллаһ (р.ғ) исемле сәхәбәнән хәбәр ителә: «Мөхәммәд (с.ғ.с) ҡорбан итеп ике мөгөҙлө, аҡ төҫтәге, беселгән тәкәне салды. Ул уларҙы салырға тип ятҡырғас түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте: «Инни үәжжәһтү үәжһии лилләҙии фәтарас-сәмәәүәәти үәл әрдъ ғәләә милләти Ибраһиимә хәниифәә үә мәә әнәә минәл мүшрикиин. Иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләһи Раббил-ғәәләмиин. Ләә шәриикә ләһ. Үә биҙәәликә үмиртү үә әнәә минәл-мүслимиин».
Мәғәнәһе: «Дөрөҫлөктә, мин йөҙөмдө Аллаһҡа тиңдәш ҡылмайынса, Ибраһим пәйғәмбәр динендә булған килеш, күктәрҙе, ерҙе барлыҡҡа килтергән Затҡа йүнәлттем. Һәм мин Аллаһҡа тиңдәш ҡылыусыларҙан түгел. Дөрөҫлөктә, минең намаҙым да, ҡорбаным да, тормошом һәм үлемем дә донъяларҙың Раббыһы Аллаһ өсөн. Уның тиңдәше юҡ. Мосолмандарҙан булған хәлдә миңә шуны эшләү әмер ителде. Йә Аллаһ! Был (ҡорбан) һинән (килгән ризыҡ) һәм ул һинең өсөн Мөхәммәдтән һәм уның өммәтеннән (салына). Аллаһтың исеме менән. Ул Аллаһ иң бөйөк. Һуңынан ул уларҙы салды»
Ҡорбан байрамдары мөбәрәк булһын! Ҡылған ғәмәлдәребеҙ, салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын. Донъялар тыныс, имен булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: