Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2020, 13:20

"Артабан нисек йәшәрмен?.."

"Аптырағандан яҙырға булдым, - тип башлана был хат, - әлеге мәлдә миңә 23 йәш. Атайыбыҙ бик йәшләй ғаиләнән китте. Шунлыҡтан бәләкәй һеңлемде әсәйем менән икәүләп үҫтерҙек. Ғаиләне туйындырыр өсөн үҫмер генә сағымдан ике эштә эшләргә тура килде, әсәйемә эйәреп калымға сыға торғайным. Эштән баш сыҡмағанға әхирәттәрем дә булманы. Уҡыуҙан, эштән ҡалған минуттарымды һеңлемә бүлә торғайным.

Мәктәпте тамамлағас, икенсе ҡалаға уҡырға индем, ятаҡтан урын бирҙеләр. Эшләп үҙемде-үҙем ҡарап уҡыйым, артҡанын әсәйем менән һеңлемә ебәрә инем. 21 йәшемдә беренсе мөхәббәтемде осраттым, бер йыл осрашҡандан һуң уны әрме хеҙмәтенә алдылар. Ҡайтҡас та өйләнешәбеҙ, тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Өҙөлөп һағынып, көтөп алдым һөйгәнемде. Ҡайтҡас та, ғаиләм менән таныштырырҙым. Беренсе ҡайтҡанда уҡ егетемә 16 йәшлек һеңлем оҡшап ҡалған кеүек тойолдо. Һуңғараҡ һеңлем дә уға артыҡ иғтибар бирә кеүек ине, балаларса ҡыланып, алдына барып ултырыуҙан да тартынманы. Был ҡатын-ҡыҙ көнләшеүе генәлер тип уйланым һәм насар уйҙарҙы баштан ҡыуҙым.
Йәйге каникулдар мәлендә егетем менән уның өләсәһенең фатирындағы бәләкәй генә бүлмәлә бергә йәшәй башланыҡ, ул етем - ата-әсәһе мәрхүм булған. Вадим юғары уҡыу йортона уҡырға инде, кистәрен эшләй. Һуңғы ваҡыттарҙа йыш ҡына һуңлап ҡайта башлауын һиҙҙем. Тиҙҙән миңә уҡырға китергә , никахҡа инәйек, тиһәм дә, нисектер һүҙҙе икенсегә бора башланы...
Бер ваҡыт егетемдең һеңлем менән осрашҡанын белеп ҡалып, аптырауымдың сиге булманы. Юҡ беҙ былай дуҫтарса ғына, аралашырға кеше юҡ бит, тип аҡланды һөйгәнем... Әммә, күп тә үтмәй, әсәйем һеңлемдең Вадимдан ауырға ҡалғанын әйтте. Ул ғына ла түгел, уларҙың беҙҙең тыуған фатирҙа йәшәйәсәген белгертте. Уларҙы бергә күреү миңә сикһеҙ ҡыйын ине. Әйберҙәремде йыйып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Иң шаңҡытҡаны һөйгәнемдең хыянаты түгел, ә үҙ баламдай күреп үҫтергән һеңлемдең йөрәккә бысаҡ ҡаҙауы булды... Шулай итеп, бер мәлдә ике яҡын кешемде юғалттым. Бер түгел ике хыянат кисерҙем. Инде миңә хәҙер артабан нисек йәшәргә? Ғүмер буйы ошо йөктө нисек тартырмын? Кәңәш бирһәгеҙсе, зинһар".
Фото "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: