Замана донъябыҙға яңы сир алып килде. Әлбиттә, етәкселәр, табиптар ҡушҡан профилактик сараларҙы күрергә, ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең милли ризыҡтар хаҡында онотмайыҡ, уларҙың да күбеһе вирусҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, иммунитетты күтәрә.
Иң көслө шифалы үләнебеҙ—ул әрем. Ул тәбиғи антибиотик. Ошо көндәрҙә уны киң ҡулланырға тырышығыҙ. Ашағандан һуң, ярты сәғәт үткәс сәскәһе хәтлем генә бер-ике бөртөк кенә әремде ҡабып сәйнәп алығыҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр мөмкин. Ә кис йоҡлар алдынан сәй ҡалағы осонда ғына үләнде ярты стакан эҫе һыуҙа төнәтегеҙ ҙә, ун биш минуттан һөҙөп алып эсегеҙ. Бик көслө булһа, дозаны кәметегеҙ. Ғаиләгеҙгә лә, балаларығыҙға ла эсерегеҙ. Ул үпкәне таҙартып, тын юлдарындағы лайлаларҙы киптереп тора. Төнө буйы эсегеҙҙе таҙа тота. Хатта ниндәй генә вирус инһә лә, ул үрсеп китә алмай. Сөнки әрем быға юл ҡуймай. Шуны онотмағыҙ: лайла—вирустар өсөн уңайлы шарт.
Усаҡ ҡайырыһы ла ҙур көскә эйә. Имән ҡайырыһы, ҡарағас ылыҫы ла һәйбәт. Һарымһаҡты турап, йылы һыу менән йоторға мөмкин. Бер юлы бер нисәне йоторлоҡ итеп, ваҡ ҡына турағыҙ. Сәйнәргә лә мөмкин. Ҡайын бөрөһө, ерек тубырсығы ла шундай көскә эйә. Уларҙы араҡыға һалып төнәтмә яһап эсергә була. Уны көтөп торорға кәрәк тимәгеҙ, бөгөн һалһағыҙ, ике көндән эсә лә башлағыҙ.
Ҡымыҙыбыҙ бик шәп эсемлек! Һуғыш ваҡытында партизандар уның менән хатта гангреналарын дауалаған, яраларҙы йыуғандар. Кәзә һөтө лә, бейә һөтө лә берҙәй файҙалы. Әсетеберәк эсергә тырышығыҙ. Әсегән ҡымыҙҙа зарарлы вирус-бактерияларға, ҡорттарға ҡаршы торорлоҡ файҙалы бактериялар барлыҡҡа килә. Хатта һуңғы стадияға еткән туберкулез таяҡсаларын юҡҡа сығара. Уйлап ҡарағыҙ! Коронавирус уға сүп кенә. Әсе ҡороттан һурпа яһап ашағыҙ. Күберәк ҡыҙыл әсе борос һалығыҙ, туңдырылған, киптерелгән йәшел тәмләткестәр (зелень) бик һәйбәт була. Ваҡ ҡына итеп турап һуған һалығыҙ. Көн һайын ашап тороғоҙ.
Прополис та бик көслө антисептик. Уны ла көн дауамында сәйнәп, имеп йөрөргә була. Бер ҡапҡанда шырпы башы ҡәҙәре етә. Сәйнәп бөткәс төкөрөгөҙ. Көнгә бер нисә тапҡыр сәйнәргә мөмкин. Әсе ҡатыҡ та көслө антибиотик.
Ә ниндәй ризыҡтан тыйылып торорға? Вирусҡа үҫергә ярҙам итә торған аҙыҡтан баш тартығыҙ. Иң яуыз «дошман»—магазин сөпрәһендә бешкән ҡамыр ризыҡтары. Ҡомалаҡтан сөпрәгеҙ булмаһа, сөсө икмәк ашағыҙ. Сөнки синтетик сөпрәләр—барыһы ла вирустарға ризыҡ. Быны һуғышҡа тиклем 1936 йылда уҡ иҫбатлағандар. Шәкәрле ризыҡты ныҡ ҡына кәметегеҙ. Бигерәк тә балаларға бирмәй тороғоҙ. Хатта шәкәр ҡушылып бешкән печенье, конфеттарҙан биҙҙерегеҙ. Берҙә бирмәҫлек форсат ҡалдырмайҙар икән, сей кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә салаттары ашатырға тырышығыҙ. Улар ошо татлы ризыҡтар арҡаһында барлыҡҡа килгән зыянлы матдәләрҙе һепереп сығара, ашҡаҙанды, эсәктәрҙе лайланан таҙарта. Хатта вирус эсәккә хәт-ле төшһә лә, үрсей алмай.
Шәкәр шулай уҡ вирустарға ризыҡ. Итте йәшелсә турамалары йәки күберәк һуған ҡушып ашағыҙ. Эсегеҙҙә ит оҙаҡ ятмаһын, ит күп ашаһағыҙ, физик эш эшләргә тырышығыҙ, ул тарҡалып сығып бөтә, эстә сереп ятмай. Ана шул сереп ятҡан ҡалдыҡтарҙа бар сирҙәр ҙә үрсей. Күберәк сей кишер, сөгөлдөрҙе ваҡ ҡырғыс аша ҡырып ашағыҙ.Шәкәр, ҡаймаҡ һалмағыҙ, үҫемлек майы ғына. Көн дауамында ҡайнарыраҡ һыу эсергә тырышығыҙ. Мөмкин булһа сәй урынына нәҡ шул һыуҙы ҡулланығыҙ.
Бал, кипкән емештәр, үлән сәйҙәре, бутҡалар файҙалы. Картуфты ла бик күп ашарға тырышмағыҙ. Картуф шулай уҡ эсәктәргә йәбешеп оҙаҡ ята, серей. Мейестә тәгәрәтеп ашаһағыҙ яҡшыраҡ. Кәбеҫтә йәки сөгөлдөр аштарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Эс ҡаталауы булырға тейеш түгел. Эстә йыйылып ҡатып ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары вирустар өсөн бик уңайлы. Ризыҡтарға тәмләткестәр ҡушып ашау мөһим. Бигерәк тә әсе борос. Һуған турамаһы ашарға тырышығыҙ. Ҡыҫҡаһы, ашаған-эскән ризығыбыҙ тулыһынса теләһә ҡайһы вирусты һәләк итерлек һәм организмдың иммунитетын күтәреп торорлоҡ булырға тейеш.
Күңелегеҙгә шом, ҡурҡыу индермәгеҙ, тыныс булығыҙ, матур кинолар ҡарағыҙ, китап уҡығыҙ, музыка тыңлағыҙ. Ҡурҡыу кешене көсһөҙләндерә, теләһә ҡайһы дошман алдында бирешеүсән итә.
Сәләмәт булығыҙ! Аллаһы Тәғәләбеҙ үҙенең ярлыҡауынан ҡалдырмаһын, был көндәрҙе юғалтыуһыҙ, иҫән-аман үтергә яҙһын.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!