Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2020, 15:45

Йүткергәндән йомортҡалы микстура - 3 сәғәттә аяҡҡа баҫтыра

Тиҙ арала ашығыс хәлдә аяҡҡа баҫырға кәрәк булһа, ошо ҡатнашманан файҙаланығыҙ.

Тиҙ арала ашығыс хәлдә аяҡҡа баҫырға кәрәк булһа, ошо ҡатнашманан файҙаланығыҙ.
Беҙ тәҡдим итәсәк йомортҡалы ҡатнашма иң көслө йүтәлде лә бөтөрөргә һәләтле. Ул шул тиклем файҙалы, замана медицина препараттары ситтә торһон!
Был аңлашыла ла: сөнки ул өлкән быуын кешеләренән ҡалған рецепт, нигеҙендә натураль компоненттар ята. Тиҙ арала терелергә йәки тиҙ генә аяҡҡа баҫырға кәрәк булһа, ошо ҡатнашманан файҙаланығыҙ.
Тәүҙә 1 стакан һөт ҡайнатығыҙ. Шуға 1 аш ҡалағы аҡ май һәм 1 аш ҡалағы бал һалырға кәрәк. Айырым һауытта йомортҡа һарыһына бал ҡалағының осона ғына сәй содаһы һалып һәйбәтләп болғатығыҙ. Шунан ике ҡатнашманы бергә ҡушҡас тәмле ризыҡ килеп сыҡмаҫ, әлбәттә, тик файҙалылығы буйынса тиңдәр булмаҫ.
Ошо бороңғо микстура менән әбейҙәребеҙ бронхит, ларингит, хатта трахеитты ла дауалаған.
Балағыҙ йүтәлләй башлаһа, дарыуханаға йүгергәнсе, йомортҡалы ҡатнашманы эсереп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Читайте нас: