Элек-электән Башҡортостандың һәр төбәгендә, һәр ауылында тиерлек әүлиәләр булған, быны уларҙың ҡәберҙәре, тауҙары, таштары, шишмәләре дәлилләй. Бөгөн дә халыҡ хәтерендә һаҡланған билдәле әүлиәләр, изге урындарыбыҙҙың бер нисәһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Тәүге туҡталҡа - Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе. Ул - XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Хөсәйенбәк, белеүебеҙсә, тарихи шәхес, Көньяҡ Уралда тәүгеләрҙән булып ислам таратыусыларҙың береһе. Кәшәнәнең төҙөлөү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Легендаға ярашлы, 1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Хөсәйенбәктең ҡәберен күргәс, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә һәм Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. XVIII быуатта был мавзолей тулыһынса емерелә. Тик 1911 йылда ғына Өфө мөфтөйө кәшәнәне тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Мосолмандарҙың изге урыны булараҡ унда ҡаҙыу эштәре башлана. Һөҙөмтәлә 9 ҡәберлек табыла. Уларҙың алтыһында балалар булһа, ҡалғаны ир һәм ҡатын, шулай уҡ Хөсәйенбәк үҙе ерләнгән. Урындағы халыҡ араһында мавзолей өҫтөнән ҡасандыр асыҡ нурҙар һибелеүе тураһында риүәйәт йөрөй.
Ауыштау тауы һәм Әүлиә шишмәһе
Был изге урындар Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы биләмәһендә, Силәбе өлкәһе сигенән 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Май-июнь айҙарында ғына урғылған мөғжизәле инеште Ғәрәбстандағы зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар. Изге һыу төрлө ауырыуҙарға дауа булғанға ышанған халыҡ күпләп шишмәгә ағыла. Эйе, халыҡ төрлө ырымдарға ышана. Бының өсөн ябай аңлатма ла бар. Һыуҙағы химик матдәләр кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, ул минералдарға бай. Ауыл халҡы иҫләүенсә, был урында Рамазан әүлиә вафат булған. Уның башын киҫкәс, Рамазан уны ҡулына алып Ауыштау тауына менгән. Аҙаҡ уның кәүҙәһе янында фәрештәләр осҡан имеш. Рамазан вафат булғас тауҙа шишмә барлыҡҡа килә, уны Әүлиә шишмәһе тип атай башлайҙар.
Уҙған быуатта республиканың Баймаҡ районында йәшәгән, үҙенсәлекле дауалау һәм күрәҙәселек һәләтенә эйә булған ғәжәп кеше тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә байтаҡ яҙҙылар, уның тураһында китап та донъя күрҙе. Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов кешенең ниндәй диндән булыуына ҡарамаҫтан, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙған. Хәҙрәт кеше менән осрашҡанға тиклем үк уның ниндәй сир менән ауырыуын белгән. Фашист Германияһы менән һуғыш башланырын алдан иҫкәрткәне
өсөн Мөжәүир хәҙрәтте 10 йылға төрмәгә ябалар. Алты йыл ултырғандан һуң төрмә етәкселәрен, уларҙың ғаиләләрен һәм һаҡсыларҙы һауыҡтырғаны өсөн ваҡытынан алда сығаралар. Мөжәүир хәҙрәт бер ҡасан да үҙен фотоға төшөрөргө рөхсәт бирмәй. Шулай ҙа бер ваҡыт улы йәшерен генә төшөрөп ала. Ошо берҙән-бер фото уға арналған китапта урын алған. Хәҙрәттең ҡәбере Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылы янындағы зыяратта ерләнгән. Унан сәйәхәтселәр, дини кешеләр өҙөлмәй.
Ҡәберлек дауалау көсөнә эйә ти урындағы халыҡ.
Ғатаулла Әлибаев - дин әһеле, ишан XIX быуат аҙағы XX быуат башында дауалаусы табип булараҡ билдәле була. Ул бөтә донъя буйлап күп сәйәхәт иткән, Мәккәлә
хаж ҡылған.
Ғатаулла ишан күрәҙәселек менән дә шөғөлләнгән. Уның ҡәбере Хәйбулла районы Вәлит ауылы янында урынлашҡан.
Миәкә районы Илсеғол ауылы - экскурсияның тағы бер туҡталҡаһы. Тап ошо ауылдан Ҡарлуғас (Керчь) ҡушаматлы дүнәжен, һуғыш башланғас та фронтҡа оҙатылып, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алынған. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, байтал сафтан сыҡмаған, алғы һыҙыҡта йөрөүен дауам иткән. Берлинға тиклем барып еткән ул. Башҡорт атының ҡыйыулығы, сыҙамлығы командирҙар тарафынан юғары баһаланған - маршал Буденный уны тыуған төйәгенә күп арпа биреп оҙатҡан. Атты Раевка тимер юл станцияһына тиклем тауар поезы менән алып ҡайталар. Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөһә лә, тыуған яғының ҡылған еҫен һиҙеп ҡалыу менән, теҙгенен өҙөп, Ҡарлуғас Нарыҫтау аша Илсеғолға табан саба... Тыныс тормошта иһә хужалыҡта төп көстәрҙең береһе һанала. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ауылда яугир атҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Илсеғолдан йыраҡ түгел күҙ күреме ерҙә Нарыҫтау урынлашҡан. Тау итәгенән ағып сыҡҡан таҙа, тәмле һыулы изге шишмәнең шифаһы, дауалау көсө тураһында
күптәр хәбәрҙар. Халыҡ телендә ул төрлөсә - Зыяратлы ҡойо, Изге шишмә, Әүлиә шишмәһе, Сәхәбәләр шишмәһе исемдәре менән йөрөй. Һыуы йомшаҡ, көмөшкә бай, хатта ҡыш та туңмай. Уҙған быуаттың 30- сы йылдарында инешкә дауаланыу өсөн дөйәләрҙә хатта Ҡаҙағстан яҡтарынан да килгәндәр. Шишмә урғылып сыҡҡан ерҙән юғарыраҡ “Сәхәбә” мәсете урынлашҡан. Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре Зөбәйер бин Зәйет менән Абдрахман ибн Зөбәйерҙең һуңғы төйәгенә республиканан ғына түгел, Урта Азия, Кавказ, башҡа илдәрҙән дә киләләр. Был — изге урын, әүлиәләр төбәге. Ҡәберлектәр тирәләй ете тапҡыр ураһаң, теләгең ҡабул була тигән ырым да бар бында...
Сыңғыҙхан нәҫеленән Турахан
Турахан кәшәнәһе - тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, XIV-XV быуаттарҙа төҙөлгән ҡоролма. Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылы янында урынлашҡан. Турахан кәшәнәһе юнғыслап эшкәртелгән киҫәкле аҡ таштан һалынған. Таштар бербереһенә юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы 1 метрҙан ашыу. Был ҡоролма «хөкөм урыны» булғандыр, тигән фекер йәшәй. Эргәһендә таш мәсет торған. Мәсет менән Турахан кәшәнәһе, моғайын, бер бөтөн йола башҡарыу ҡоролмаһын хасил иткәндер.
Бинаның тышҡы яҡ стенаһы буйында ергә һеңеп бөтә яҙған яҫы таш һаҡланған. Унда боронғо күфә стилендәге ғәрәп хәрефтәре менән уйып яҙылған һүҙҙәр бар. Яҙманан
аңлашылыуынса, был ергә хандың ҡатыны Сәхибъямал ерләнгән.
Был тарихи шәхес хаҡында бер нисә төрлө фекер йәшәй. Береһе буйынса Турахан Сыңғыҙхан тоҡомонан булған. Себер ханы Күсем хакимлығы аҫтында Тубыл яҡтарында күсмәселектә көн иткән. Ләкин бер заман туған-тыумасаһы менән аралары боҙолған, һәм Турахан, 8000 тирмәле урҙаһын алып, Көнбайыш Себерҙән Башҡортостанға, Ҡариҙел йылғаһы яғына йүнәлгән. Ул замандарҙа башҡорт ерҙәре әлегенән күпкә киңерәк булған һәм башҡорттар Тубыл тирәһендә лә йәшәгән. Ҡазан ханлығы хакимиәтенә буйһонғанын белдереп, бер аҙҙан Ыҫлаҡ йылғаһы буйына барып төпләнгән. Икенсе фекергә ярашлы, Турахан үҙе кеүек көслө һәм ҡеүәтле Басман тигән нуғай ханының бер туғаны булған. Басман хакимлығына 17 мең тирмәлек халыҡ ҡараған. Уның биләмәләре Урал тауының ике яҡ итәгендә лә йәйрәп ятҡан. Турахан хәҙерге Түбәнге Тирмә ауылы тирәһендә бер-береһенә дошман Бей Түрә һәм Алтаҡар тигән нуғай хандары араһында тоҡанған яуҙа үлтерелгән.
Бәндәбикә кәшәнәһе башҡорт мәҙәниәтенең XVXVI быуат ҡомартҡыһы, Бәндәбикәнең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. Яңынан тергеҙелгән кәшәнә ҡыҙыл кирбестән, ҡабырғалары һигеҙ мөйөшлө итеп төҙөлгән. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролма. Ерләү камераһына тар ишек уйымы бар. Төньяҡ ҡабырғаһы буйында көнбайыш—көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған, яҡтарына һәм төбөнә эзбизташ плиталар түшәлгән ҡәбер соҡоро асыҡланған. Мәйет салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер төбөндә көл һәм туҙ ҡалдыҡтары табылған. Бәндәбикә хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән. Ошо ерҙәрҙә ете быуат элек йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡатын Бәндәбикә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торған үтә лә аҡыллы, үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусы, яҡлаусыһы ғына түгел, кәңәшсеһе лә булып, «Ерәнсә сәсән» легендаһында исеме бөгөнгө көндәргәсә һаҡланып ҡалған шәхес. Ул үҙ заманында иң алдынғы исемгә, «Әүлиә» исеменә лайыҡ булып, тарих биттәрендә быуаттар буйына һаҡланған.
Риүәйәт буйынса Бәндәбикә бик зирәк аҡыллы ҡатын булған. Ҡаҙаҡтар менән үҙ-ара һуғышты бөтөрөүгә ҙур көс һалған. 1966 йылда археологтар Мәҡсүт ауылына килеп, ауыл ҡарттарының рөхсәте менән ике йәй кешәнәне ҡаҙалар. 1967 йылда, кешәнәне тергеҙәбеҙ, һөлдәне яңынан ерләтәбеҙ, тип, уның һөйәктәрен алып китәләр. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас был эш туҡталып ҡала.
Фотолар интернет селтәренән алынды.