Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2020, 15:36

Зиһенде юғалтыуҙан нисек һаҡланырға?

"Олоғайған һайын хәтер икенселәнә, бөтә нәмәне онота башлайһың. Алған әйберҙе ҡайҙа ҡуйғаныңды белмәйһең, кешеләрҙең исемдәрен хәтерләмәйһең. Зиһенде бөтөнләй юғалтыу бик ҡурҡыта", – тип зарланыусылар байтаҡ. Ысынлап та, хәтерҙе һуңғы көнгә тиклем нисек айыҡ хәлдә һаҡларға, быға нисек ирешергә һуң?

"Олоғайған һайын хәтер икенселәнә, бөтә нәмәне онота башлайһың. Алған әйберҙе ҡайҙа ҡуйғаныңды белмәйһең, кешеләрҙең исемдәрен хәтерләмәйһең. Зиһенде бөтөнләй юғалтыу бик ҡурҡыта", – тип зарланыусылар байтаҡ. Ысынлап та, хәтерҙе һуңғы көнгә тиклем нисек айыҡ хәлдә һаҡларға, быға нисек ирешергә һуң? Әллә ул беҙҙән, беҙҙең тырышлыҡтан бөтөнләй тормаймы? Әгәр һеҙ ҡатын-ҡыҙ һәм ҙур, шау-шаулы ҡалала ғүмер итәһегеҙ икән, яҡындарығыҙҙың береһенең – атайығыҙҙың йәки әсәйегеҙҙең олоғайған көндә зиһененә зыян килгән икән, был сирҙең һеҙгә лә янау ихтималы арта. Бигерәк тә депрессиянан интекһәгеҙ... Әммә был хәл булмаһын өсөн бөгөндән үк ҡайһы бер сараларҙы күрергә мөмкин.

* йоҡо туйғансы йоҡларға;
* аҙна дауамында кәм тигәндә 150 минут спорт менән шөғөлләнергә;
* баш мейеһе яҡшыраҡ эшләһен өсөн кроссвордтар сисергә, сит тел өйрәнергә, махсус компьютер уйындары уйнарға. Һәм иң мөһиме – дөрөҫ туҡланырға.
Белгестәр бына нимәләр ашарға ҡуша.

Майлы балыҡ
Балыҡтың бигерәк тә төньяҡ һыуҙарҙа тотолғаны омега-3 кислотаһы кеүек файҙалы майҙарға бай. Омега-3 – кеше организмының барлыҡ органдарында булған елкенһенеү процестарын кәметергә һәләтле. Уны даими рәүештә ҡулланыу (кәм тигәндә аҙнаға бер тапҡыр) Альцгеймер ауырыуы килеп сығыуын 60 процентка кәметә.
Сәтләүектәр һәм көнбағыш
Омега-3 кислотаһының тағы бер сығанағы – сәтләүектәр һәм көнбағыш. Бынан тыш әле улар селенга һәм Е витаминына ла бай. Улар ҙа баш мейеһенең эшен яҡшыртырға булыша. Ә улардағы антиоксиданттар шулай уҡ Альцгеймер ауырыуына кәртә булып тора.
Сәй
Антиоксиданттарҙың ҡул аҫтында булған сығанағы ошолор – беҙ яратҡан сәй. Уның ниндәйен эсәһегеҙ – ҡараһынмы, йәшеленме – мөһим түгел. Сәйҙең ҡайһыһы ла катехин тигән матдагә бай. Ул иһә ҡан тамырҙарын дауалай, ирекле радикалдар тәьҫире менән көрәшә. Йәшел сәйҙә пигаллокатехин-3-галлатом (EGCG) бик күп: ул да баш мейеһенә зыян килеүҙән һаҡлай.

Ашарға яраҡлы йәшел үләндәр һәм аш тәмләткестәр
Салат, руккола, шпинат, базилик, петрушка... Улар баш мейегеҙҙе, беләһегеҙме, күпмегә йәшәртергә мөмкин? 11 йылға! Мөғжизә кеүек ишетелә, шулаймы. Әммә был, ысынлап та, шулай. Был йәшел үләндәр һәм аш тәмләткестәрҙә лютеин тигән пигмент бар: ул беҙҙең хәтеребеҙ һәм беҙ ҡабул иткән мәғлүмәтте эшкәртеү өсөн яуаплы. Лютеин ғүмер буйы йыйылып, тупланып килә, шуға күрә юғарыла һаналған йәшел үләндәрҙе ашай башларға бер ҡасан да һуң түгел.
Еләктәр
Аҙнаға бер нисә тапҡыр еләк ашайбыҙ икән (туңдырылған килеш тә ярай), тейешле күләмдә антиоксиданттар ҡабул итәбеҙ тигән һүҙ. Баш мейеһенең ҡаршы тороу һәләтен кәметә торған оксидлаштырыу процестарын туҡтатырға шул да етә. Һәр иртәне бер сынаяҡ баҡса еләге йәки ҡара еләк (черника) ашаһаң, баш мейеһе кәм тигәндә ике йылға йәшәрә.
Кофе
Иртән эскән бер сынаяҡ кофе – Альцгеймер ауырыуына ҡаршы йәшерен ҡорал була ала. Кофела эйкозаноил-5-гидрокситриптамид (EHT) тигән химик матдә бар. Бер сынаяҡ кофе эсеп ҡуйғас, бер сәғәт дауамында һеҙгә теләһә ниндәй яңы мәғлүмәтте ҡабул итеүе күпкә еңел биреләсәк.
Ҡара шоколад
Күп итеп какао ҡушылған һәм шәкәре булмаған бер нисә киҫәк ҡара шоколад – был көндәлек норма булырға тейеш. Какаола флавоноидтар тип аталған антиоксиданттар күп: улар баш мейеһен йәшәртә, уның гиппокамп тигән өлөшөндә ҡан әйләнешен яҡшырта. Баш мейеһенең гиппокамп тигән был өлөшө иһә хәтер өсөн һәм ҡабул иткән мәғлүмәтте эшкәртеү өсөн яуаплы.

Фото: Bookyourstudy.com
Самат Ғәлин
Читайте нас: