Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2020, 17:48

Еңеү яңы үрҙәргә этәргес булһын!

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының быйыл 10 класты тамамлаусы уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәнова республика кимәлендә уҙғарылған гүзәллек конкурсында ҡатнашып, “Башҡортостандың йәш гүзәле” титулына лайыҡ булды.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының быйыл 10 класты тамамлаусы уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәнова республика кимәлендә уҙғарылған гүзәллек конкурсында ҡатнашып, “Башҡортостандың йәш гүзәле” титулына лайыҡ булды.
Өс ай дауамында онлайн режимда барған конкурста район һәм ҡалаларҙан һәләтле һәм матур ҡыҙҙар ҡатнашты. “Башҡортостан гүзәле” конкурсының һөҙөмтәләре яңыраҡ иғлан ителде, йәш яҡташыбыҙ ҙа сараның түрендә булды. Бындай маҡтаулы исемде яулауы еңелдән булмай, алдарына ҡуйылған төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килә ҡыҙҙарға. Үҙең менән таныштырыу, хайуандар, емеш-еләк менән үҙенсәлекле фото һалыу, көнөң нисек үтеүе тураһында һөйләү, үҙеңде конкурсты алып барыусы ролендә күрһәтеү – ошо һәм башҡа һынауҙар алдында Наҙгөл дә юғалып ҡалмай. Йыр-бейеүгә оҫталығы ла уңышҡа юл аса. Балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлеген тамамлауы йырҙы еренә еткереп башҡарырға ярҙам итә, гимназияла “Алтынай” бейеү түңәрәгенә йөрөүе лә үҙеңде лайыҡлы итеп тоторға булышлыҡ итә.
Конкурста ҡатнашыуға теләк белдереүселәр күп булһа ла, улар араһында иң-иң 16-һы һайлап алына.
Балаһының уңышы өсөн ата-әсәһе уның үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ шатланалыр. Эльмира Әхәт ҡыҙы менән Илдар Марс улы ла ҡыҙҙарының еңеүенә һөйөнөп бөтә алмай.
- Ҡыҙымдың еңеүенә ышандым. Ул һәр ваҡыт башлаған эшен еренә еткерә. Был юлы ла еңәм тигән маҡсат ҡуйҙы һәм уға өлгәште, - ти әсәһе Эльмира Әхәт ҡыҙы. Наҙгөлдөң үҙенең дә әле күңелендә ҡыуаныслы тулҡынланыуы һүрелмәгән:
- Был конкурс минең өсөн ҙур һынау булды. Тырышлыҡ та, ныҡышмалылыҡ та талап итте ул. Конкурс үҙемә ышанысымды арттырҙы, тәжрибә бирҙе, яңы бәйгеләрҙә ҡатнашыуға дәрт уятты. Конкурс башынан аҙағынаса эргәмдә мине дәртләндереп тороусы ата-әсәйемә, туғандарыма ла ҙур рәхмәт әйтәһем килә, - тине йәш һылыуҡай.
Йөрөгән таш шымарыр, тигән халыҡ. Конкурстарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашыу йәштәргә яңы юлдар, мөмкинлектәр асылыуына булышлыҡ итә. Һиңә лә яңы бейеклектәр яуларға яҙһын, Наҙгөл!
Фото: Наҙгөл Хәсәнованың архивынан.
Читайте нас: