Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2020, 16:49

Бергәләп тырышҡас, эш ырай

Үҙ эшен асыуға барыһы ла батырсылыҡ итмәй. Килеп сыҡмай тигән икеләнеүҙәр йыш ҡына юлды яба. Тәүәккәллек тә, сәм дә, тырышлыҡ та талап итә эшҡыуарлыҡ. Тап ошо сифаттарға эйә булғанға Ҡанаҡайҙа йәшәүсе Эльвира Абыҙгилдина менән Винер Маннасов ғаиләһе эшҡыуарлыҡта ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.

25 июль – Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө
Үҙ эшен асыуға барыһы ла батырсылыҡ итмәй. Килеп сыҡмай тигән икеләнеүҙәр йыш ҡына юлды яба. Тәүәккәллек тә, сәм дә, тырышлыҡ та талап итә эшҡыуарлыҡ. Тап ошо сифаттарға эйә булғанға Ҡанаҡайҙа йәшәүсе Эльвира Абыҙгилдина менән Винер Маннасов ғаиләһе эшҡыуарлыҡта ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.
- Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Ҡыҫҡартылыуға эләккәс, бер нисә ай һатыусы булып эшләнем дә, күңелдә “Ни өсөн үҙемдең эшемде асып ҡарамаҫҡа?” тигән уй тыуҙы. Шулай итеп 2002 йылда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп алып киттем. Ҡанаҡай ауылында киоск ултыртып, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һата башланым. Ирем, ата-әсәйем дә был йәһәттән ҙур таяныс булды. Аҙаҡ ауылдағы икенсе бер бинаны ҡуртымға алып, эште киңәйтеп ебәрҙек, - тип һөйләне Эльвира Салауат ҡыҙы шул йылдарҙы хәтерләп.
Тырышҡас, һөҙөмтә лә күренә. Яйлап Сәлихта, Әптектә лә сауҙа нөктәләрен булдыралар. Аҙаҡ “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, был эш ныҡлап ғаилә бизнесына әүерелә. Улдары Артур ҙа хәҙер эшҡыуарлыҡты үҙ иткән. Бөгөнгө көндә уларҙың дүрт магазины бар, икәүһе - Ҡанаҡайҙа, берәр сауҙа нөктәһе Сәлих менән Әптектә урынлашҡан. Тәүҙә биналар арендала булһа, аҙаҡ һатып алалар.
- Хеҙмәтебеҙ тынғыһыҙ. Халыҡ менән эшләйбеҙ бит. Һәр кемдең күңеленә юл таба белергә лә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарлыҡта әрһеҙлек, ныҡышмалылыҡ та талап ителә. Ирем менән икебеҙҙең дә тәүәккәл булыуыбыҙ эштә ярҙам итә. Ниндәйҙер уй барлыҡҡа килә икән, уны оҙаҡҡа һуҙмай, йәһәтерәк тормошҡа ашырырға тотонабыҙ, - ти Эльвира Абыҙгилдина.
Ауылда байрамдар үтеп тора – Ололар көнө, 8 март, оҙаҡ йәшәүселәрҙе тәбрикләү, һабантуй ... Ошондай сараларҙа спонсорлыҡ ярҙамын да күрһәтә уңған ғаилә. Рәхмәт хаттары уларҙың изгелеге тураһында һөйләй. Һатыусыларҙы үҙҙәренә эшкә алып, яҡташтары өсөн хеҙмәт урындары ла булдырғандар. Үҙ эшен асырға ҡыйыулығы етмәгәндәргә ғаилә башлығы Винер Юнир улының кәңәштәре лә файҙаға булыр:
- Эштән ҡурҡмаҫҡа, ныҡышмал булырға кәрәк. Шул ваҡытта барыһы ла килеп сығасаҡ. Хәҙер дәүләт тарафынан ярҙам саралары ла күрһәтелә, уларҙы ҡулланырға мөмкин. Эш юҡ, тип күңелде төшөрөргә түгел, - ти ул.
Бына шулай, бер һүҙле, бер уйлы булып, халыҡҡа кәрәкле эш алып бара йүнсел ғаилә. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләп, ошо тармаҡта тырышыусыларға уңыштар теләне улар.
Фото: автор
Читайте нас: