Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2020, 11:33

Тормошто йәмләүгә арналған хеҙмәт

Ошо көндәрҙә Смаҡай ауылының йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе Фәүзиә Насырованың “Смаҡай биҫтәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы” тип исемләнгән китабының исем туйы үтте.

Ошо көндәрҙә Смаҡай ауылының йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе Фәүзиә Насырованың “Смаҡай биҫтәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы” тип исемләнгән китабының исем туйы үтте.
Смаҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән был тырыш апайҙың эштәре тураһында гәзит биттәрендә аҙ яҙылманы. Йолаларыбыҙҙы күтәргән, ололарҙы ҙурлаған, йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға дәртләндергән төрлөтөрлө саралар ойоштороуы тураһында ишетеп тә, күреп тә беләбеҙ. Ә бына уның үҙ көсө менән тос йөкмәткеле китап сығарыуын да ишеткәс, һоҡланыуыбыҙ йәнә артты.
- Бик күптән Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙарының эше, 30 йыллап йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттар тураһында китап сығарырға хыялландым. Һәм, ниһайәт, маҡсатыма өлгәштем. Смаҡайҙа тыуып-үҫкән, йәки күсеп килеп, ғүмер буйы матур эштәре менән һоҡландырған замандаштарыбыҙ, әлбиттә, быға лайыҡ. Гөрләп эшләп килгән “Смаҡай ынйылары” башҡорт фольклор коллективы тураһында мәғлүмәт тә китапта урын алды. Материалдарҙы, фотоларҙы йыйнап баҫмаға әҙерләү ике йылға һуҙылды. Беҙҙең тормошобоҙ дауам иткән һымаҡ, бер нисә тиҫтә йылдан һуң был китаптың да дауамы булыр тип ышанам, - ти Стәрлебаш районында тыуып-үҫеп, хәҙер инде 42 йыл Смаҡай килене булған Фәүзиә Нури ҡыҙы.
Китап сыҡты тип һөйөнсөләү генә еңел. Ҡалын, заманса күркәм итеп эшләнгән был баҫманы донъя күрҙертеү өсөн аҙ көс түгелмәгән. Ҙур ижади эште башҡарып сығыуҙа Фәүзиә Нури ҡыҙына Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәлиә Ғөбәйҙуллина ла ҙур ярҙам күрһәтә. Башланғысыңды хуплап, күтәреп алырҙай яҡташтарың булғанда һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй.
Йәнтөйәгебеҙ тормошон бай, матур итеү өсөн һалынған хеҙмәт яҡташтар хәтерендә ҡалырға тейеш. Был турала ейән-ейәнсәрҙәр, бүләбүләсәрҙәр уҡып белер һәм изге башланғыс дауамлы булыр. “Тормошто ыңғай яҡҡа үҙәртеү өсөн һәр кемебеҙ ҡулынан килгәнсә көс һалырға тейеш”, - тигән фекерҙә Фәүзиә апай. Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы тураһында китапты уҡып сыҡҡандан һуң, ни тиклем уларҙың һәләтле, дәртле, егәрле икәнлегенә йәнә бер инанаһың.
Үҙебеҙҙең замандаштарҙы үҙебеҙ күтәрмәһәк кем быны эшләр? Фәүзиә апайҙың изге башланғысы дауамлы булһын.
Читайте нас: