Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2020, 23:16

Сибәрлеге ытырғаныс тойолдо...

Күп йылдар элек булғайны был хәл... Дөрөҫөн әйткәндә, геройҙарҙың исемен дә хәтерләмәйем, әммә уларға бәйле ваҡиғалар һаман да иҫтә.

Күп йылдар элек булғайны был хәл... Дөрөҫөн әйткәндә, геройҙарҙың исемен дә хәтерләмәйем, әммә уларға бәйле ваҡиғалар һаман да иҫтә.
Бынан күп йылдар элек, йәйге эҫелә боҙҙай һалҡын йылғала йөҙөп, кинәт кенә ауырып киттем. Район дауаханаһына һалып ҡуйҙылар.
Йәйге эш ҡыҙған мәлдә бында ятыусы ауыл ҡатындары, әлбиттә, тиҙерәк дауахана тотҡононан ҡотолорға һәм донъя мәшәҡәттәрен теүәлләргә ашығып ята ине. Ваҡыт күп, дауаланған арала танышып-әңгәмәләшеп киттек.
Күрше палатала һомғол буйлы, саҡ егермеһен үткән сибәр генә йәш ҡатын ята. Нимәһе ҡыҙыҡ: уның янына көн дә тиерлек һөйгәне килә: йәш, мыҡты кәүҙәле ир, әммә төҫкә-башҡа ҡатынынан олораҡ кеүек. Инде мөхәбәттәре сағыу: коридор осонда оҙаҡ итеп ҡосаҡлашып торһондармы, етәкләшеп кенә дауахана биләмәһенә сығып керһендәрме. Сөкөрләшәләр, сөкөрләшәләр... Һәр хәлдә, сирләп киткән ауыл ҡатындарының бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен үҙ өҫтөнә алған, балаларын ҡараған ирҙәр тиҙ генә дауаханаға килһә, күстәнәстәрен ҡалдыра ла, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарай. Ә былар юҡ: айырыла алмайҙар, бергә булһалар бар донъяһын оноталар...
Икенсе көндө беҙҙең эргәләге буш урынға тағы бер ҡатынды һалдылар. Айһылыу асыҡ, ихлас һәм телсәр кеше булып сыҡты: “Был ир мин дауаханала ятҡансы баҡсамды ҡоротоп бөтә инде... Һыу һип тип унды әйттем, тыңлаһа ярай ҙа...Балаларға нимә бешереп ашатыр икән? Һыйырҙы һыуалдырып ҡуймаһа ярар ине...”, – тәүге борсолоуҙары шул булды. Әммә төшкө ашҡа сыҡҡандан һуң, коридор осонда ҡосаҡлашып торған “мәхәббәт күгәрсендәр”ен күреп, палатаға ярһып килеп инде.
– Ҡыҙҙар-ҡыҙҙар! Анау икәүҙе күрҙегеҙме? Вәт битһеҙҙәр, вәт оятһыҙҙар! Ошонда, сирлеләр араһында күренеп йөрөргә лә оялмайҙар икән! Аб-баау! – тип бот сапты Айһылыу.
Беҙ, әлбиттә, тәүҙә бер ни аңламаныҡ. Киреһенсә, мөхәббәттәре менән һоҡландырған парҙың нимәһе насар икәнлеген төшөнөргә тырыштыҡ. Әммә Айһылыуҙың бәйәненән һуң беҙ уларға, әлбиттә, бөтөнләй икенсе күҙҙәр менән баҡтыҡ...
Баҡһаң, Айһылыу был икәүҙең күрше ауылынан икән. Һөйләүенсә, йәш ҡатын, әйҙә уны Зилә тип алайыҡ, ауылы эргәһендәге кафела эшләгән. Тирә-йүндәге берҙән-бер күңел асыу урыны булғанғамы, кисен унда юлсылар ғына түгел, ауылдың ир-аттары ла һыра һемерергә, ял итергә йөрөгән. Ике бала атаһы (әйҙәгеҙ, Рәфис тип алайыҡ) ла шунда эйәләп алған. Һомғол буйлы, көләкәс Зилә уның иғтибарын тиҙ йәлеп иткән. Уныһы ла ирҙең ғаиләһе, ике бәләкәс улы бар тип ҡарап тормаған. Бына шулай “мөхәббәт”тәре сәскә атҡан икән уларҙың...
Иң аяныслыһы шунда: Рәфистең законлы ҡатыны – етем, ҡарт өләсәһе менән генә үҫкән. Шуға ла кейәүгә сығып, ике малай әсәһе булғас, матур ғына йорт төҙөгәс, “миңә лә бәхет тәтене” тип, бик шатланған тиҙәр. Тик оҙаҡҡа бармаған шул бәхете...
Иренең Зилә менән сыуалғанын белгәс, ҡатын иренән дә, унан да илап ғаиләне боҙмаҫҡа, аҡылға килергә саҡырған. Әммә тәккәбер Зилә: “Мин дә Рәфисте яратам, бәхетемдән баш тартаһым юҡ”, – тип яуаплаған. Яңы хистәрҙән аңы томаланған Рәфис иһә ҡатынын яңы йортонан ҡыуып ҡайтарған, әгәр шаулап йөрөһә, балаларын да тартып алырға вәғәҙә иткән...
“Ауылында шул ҡатынды яҡларлыҡ кеше юҡмы ни? Исмаһам, балалары менән уйнамаһындар ине”, – тигәнгә, Айһылыу ҡатындың ҡарт өләсәһенән башҡа яҡлар кешеһе булмауын, ҡәйнәһенең Рәфистең тормошона ҡыҫылырға хуп күрмәүен (“килендәр күп булыр ул, улым берәү” тигән) белдерҙе.
... Бына ошондай “мөхәббәт” сәскә атҡан иткән беҙҙең күҙ алдында. Бынан һуң хатта сибәр Зиләнең матурлығы ла ниндәйҙер ытырғаныс һәм буш тойолдо.
Кеше бәхетен емереп бәхетле булып буламы? Рәфистең законлы ҡатыны һәм балалары менән ни булды? Зилә үҙе әсә булғас, үҙе ҡан илатҡан ҡатын алдында аҙ ғына булһа ла выждан ғазабын кисерҙеме икән? Был һорауҙарға яуаптар күптән ваҡыт томаны артында ҡалған. Нисек кенә булмаһын, шуныһы раҫ: тормош – ҡуласа. Был донъяға ниндәй генә хәлдәр булмаһын, барыбыҙға ла ҡылған ҡылыҡтар өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Фото:live.staticflickr.com
Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: