Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 20:33

Үксә ярылыуынан нисек ҡотолорға?

Әле матур күлмәктәр, асыҡ аяҡ кейемдәре кейә торған саҡ. Әгәр аяҡтарығыҙ йәйгә әҙер булһа, әлбәттә... Юҡ икән, һеҙгә ябай глицерин ярҙамға килер.

Әле матур күлмәктәр, асыҡ аяҡ кейемдәре кейә торған саҡ. Әгәр аяҡтарығыҙ йәйгә әҙер булһа, әлбәттә... Юҡ икән, һеҙгә ябай глицерин ярҙамға килер.
Ярылған үксәләрҙе тәртипкә килтерер өсөн аяҡтарҙы түҙәрлек эҫе һыуҙа ярты сәғәт тоторға кәрәк. Унан һуң тигеҙ күләмдә глицерин һәм уксусты ҡушып (алма уксусы булһа тағы ла яҡшыраҡ), үксәләргә һөртөргә һәм тәүҙә - капрон мешок, аҙаҡ йылы ойоҡ кейеп ҡуйырға кәрәк. Быны төнгөлөккә эшләһәгеҙ яҡшы. Әммә ундай мөмкинлегегеҙ юҡ икән, һис юғы бер нисә сәғәт тоторға кәрәк. Аҙаҡ пемза менән яҡшылап ышҡығыҙ. Лезвие, ҡайсы кеүек осло әйберҙәр ҡулланырға кәңәш ителмәй – аяҡ табанығыҙҙы зыянлауығыҙ бар. Ышҡып йыуғандан һуң крем һөртөгөҙ.
Әлеге процедураны өс көн һайын ҡабатлаһағыҙ, үксәләрегеҙ йомшаҡ һәм матур булыр. Ә профилактик сара маҡсатында уны ике аҙнаға бер эшләргә кәңәш ителә.
Глицерин һәм уксус шыйыҡсаһын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Аяҡтарығыҙ матур булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: