Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 21:09

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Бөгөн Тәйрүк йылғаһы буйында экологик акция үтте. Ишембай муниципаль районы һәм ҡала биләмәһе хакимиәте, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы муниципаль унитар предприятиеһы коллективтары йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

Иллеләп кеше һә тигәнсе ҡороған ағастарҙы, сүп- сарҙы трактор арбаларына ташып та ҡуйҙы.
- Коллектив акцияла әүҙем ҡатнашты, йыйылған ҡалдыҡтар “ЭкоСити” полигонына алып барыласаҡ, - ти Ишембай районы буйынса архитектура һәм ҡала төҙөү идаралығының баш инженеры Лилиә Ҡунафина.
“Ишембай йылылыҡ селтәрҙәре” предприятеһы сүп-сар ташыу өсөн транспорт бүлгән, был да өмәгә ҙур ярҙам.
Фото: автор
Читайте нас: