Йәшәү мәғәнәһенең асылын намыҫлы хеҙмәттә, тәрбиәле, тырыш балалар үҫтереүҙә күргән ябай ғына ғаиләләр йәмғиәтебеҙҙең ҡотон һаҡлай. Ошондай уңған парҙарҙың береһе - Этҡол ауылынан Гөлзада һәм Ғайса Ниғмәтуллиндар менән танышыу йылы тәьҫораттар уятты. Биш бала үҫтергән пар күптәре-беҙгә егәрлелек, тормош яратыу өлгөһө була ала.
Гөлзада Нурислам ҡыҙы ла, Ғайса Әйүп улы ла – икеһе лә Этҡолдоҡолар, бала саҡтан күрше генә йәшәйҙәр.
- Туғыҙынсы класта уҡыған сағымда дуҫлаша башланыҡ. Аҙаҡ Ғайсаны армияға оҙатып, көтөп алдым. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Ғаилә ҡорғанға ла хәҙер 34 йыл булып килә инде, - әңгәмәбеҙ Гөлзада апайҙың күңелле йәшлек хәтирәләренән башланып китте.
Ғаилә башлығының: “Ата-әсәйемде ҡарарға кәрәк, ауылда ҡалайыҡ”, тиеүенә ул бер ҙә ҡаршы килмәй. Ҡайны-ҡәйнә йортона килен булып төшөп, бер йортта тормош көтөп алып китәләр.
- Бейем, ҡайным менән бер һүҙгә килешмәй, татыу йәшәнек. Үҙем һигеҙ балалы ғаиләлә бөтә эш рәтен белеп үҫтем, шуға донъя көтөүгә лә әҙер инем. Нәҙек кенә итеп киҫелгән туҡмастарымды ҡайнымдың маҡтап ултырғаны әле лә хәтерҙә. Улар мәрхүм булғансы, ун йыллап бер йортта йәшәнек. Өс балабыҙ тыуыуын күреп, олатай-өләсәй булып өлгөрҙөләр. Балаларыбыҙҙы ҡараштылар, йорт һалырға ла ярҙам иттеләр. Икеһе лә кешелекле, киң күңелле булды, - тип ҡайныҡәйнәһен йылы хәтирәләр менән иҫкә алды Гөлзада Нурислам ҡыҙы.
Ниғмәтуллиндар дүрт ул һәм бер ҡыҙға атай-әсәй. Өлкәндәре – Илмир, Илгиз, Дамир хәҙер инде үҙҙәре ғаилә ҡорған,тормош иптәштәренән уңып, матур итеп балалар үҫтерәләр, эшләп йөрөйҙәр. Гөлзада апай менән Ғайса ағай алты ейән-ейәнсәргә өләсәй менән олатай ҙа. Ошо көндәрҙә генә күмәкләп һөйөнөслө ваҡиға кисергәндәр – дүртенсе улдары Дим армиянан ҡайтып төшкән. Стәрлетамаҡта уҡып һөнәр алғандан һуң, булдыҡлы егет Ватан алдындағы бурысын да лайыҡлы үтәп ҡайтҡан. Иң кеселәре - Динә ҡыҙҙары ла ата-әсәһен уңыштары менән һөйөндөрә. Быйыл 11-се класты тамамлаусы ҡыҙ ауылда үткән байрамдарҙа сәхнә күрке икән, йырға ла, бейеүгә лә оҫта. Яҡындарының уға иң ҙур теләге – уҡыуын артабан да уңышлы дауам итеп, күңеленә оҡшаған һөнәр алһын.
- Бөтәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, үҙҙәренең балаларын үҙҙәре ҡарап үҫтерһен, матур, татыу йәшәһендәр. Ҡайтып беҙҙең хәлде белешеп торһалар, шул етә, - тип Ниғмәтуллиндар һәр ата-әсә өсөн иң төп теләкте әйтте.
Уңған пар балаларында ла эш яратыу тәрбиәләй алған. Пенсия йәшендә булһалар ҙа, әле ял итергә ашыҡмайҙар. Гөлзада апай хаҡлы ялға киткәнсе 28 йылдан ашыу Этҡол балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән, әле Уразбай мәктәбендә газ менән яғыу операторы бурысын башҡара. Ғайса ағай байтаҡ йылдар тракторҙа эшләгән, 1993 йылдан Этҡол мәктәбендә шулай уҡ газ менән йылытыу операторы. Ишле ғаилә малды ла ишле тота. Йәйге осорҙа бигерәк тә эш күп, ултырып хәл алырға ла ваҡыт юҡ, әммә күмәк, берҙәм булыу ошондай ваҡытта һынала. Ярҙам итешергә улдары һәр ваҡыт әҙер. Ғайса ағай тракторында үҙе бесәнен саба, йыя, килтерә. Бесән эше хәҙер Гөлзада апайға эләкмәһә лә, хужабикәнең мәшәҡәттәре етерлек. Ғаиләнән артҡан һөтөн, ҡаймаҡ-ҡоротон аҙнаһына ике тапҡыр ҡалаға баҙарға алып барып һатырға ла өлгөрә. Бәләкәй саҡтан техникаға булған ҡыҙыҡһыныуы ла үҙ юлын таба, Гөлзада Нурислам ҡыҙы 50 йәшендә машина йөрөтөргә таныҡлыҡ ала, бишенсе йыл инде ул “тимер атлы”. “Теләк, дәрт кенә булһын, күңелдәге хыялдарҙы тормошҡа ашырыу бер ҡасан да һуң түгел икән”, - тигән фекерҙә ул. Уның йырға оҫталығын да белдек. Ауылдағы байрам сараларын ул үҙенең моңло йырҙары менән йәмләй.
Ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы бергә күтәрә белеүҙәре менән дә күптәргә өлгө Ниғмәтуллиндар ғаиләһе. 2006 йылда яңы төҙөгән йорттары янып юҡҡа сыҡҡас, биш балалы ғаилә ауыр һынау кисерә.
- Бәләгә тарығас, Этҡол, Уразбай, Аҙнай халҡы ныҡ ярҙам итте. Уларҙың изгелеген әле лә онотмайбыҙ. Алты ай тигәндә яҡташтар, туғандар ярҙамы менән яңы өй күтәрҙек, - тип ҡыйын ваҡыттарҙы ла иҫләп алдылар. Тормош юлындаға бәлә-ҡаза берҙәм, мөхәббәтле ғаиләне тик көслөрәк итә.
- Аллаға шөкөр. Тормош иптәшем ышаныслы, ныҡлы терәк. Уның кеүек ғаиләм тип өҙөлөп торған төплө ир-егет менән генә биш бала табып, үҫтереп була, - ти Гөлзада Нурислам ҡыҙы ире тураһында. Уға күп һүҙ яратмаған Ғайса Әйүп улы ла ҡушылды: “Тормош иптәшемдән уңдым, эшкә егәрле, яҡшы ҡатын да, хәстәрлекле әсәй ҙә Гөлзадам”.
Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән парҙың йәш ғаиләләргә әйтер теләктәре лә урынлы:
- Тырыш булһаң, донъя алға бара. Берең ҡыҙған ваҡытта, икенсең тыңлап ҡына торһон. Донъя көткәндә сабырлыҡ, бер-береңде ихтирам итеү кәрәк, уйламай әйтелгән ауыр һүҙ күңелде яраламаһын, - Гөлзада апай менән Ғайса ағайҙың был һүҙҙәрендә тормош тәжрибәһенән алынған дөрөҫлөк ята.
Эргәңдә һине аңлаған, һине хәстәрләгән үҙ яртың булғанда был донъяла йәшәүҙәре күпкә бәхетле, еңел. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һөйөүенә төрөнөп йәшәгән Ниғмәтуллиндарға ҡарап, ошоға йәнә бер инанаһың.