Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2020, 15:24

"Инвесторҙар менән һөҙөмтәлерәк эшләүгә юл аса"

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идарасы компанияһы итеп раҫланды. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы араһында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Идарасы компания транспорт, инженерлыҡ һәм таможня инфраструктураһы объекттарын төҙөү һәм уларҙың эшен тәьмин итеү, резиденттар йәлеп итеү, уларҙы һайлап алыу һәм эшен ойоштороу, махсус иҡтисади зона биләмәһен төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәк.
“Үҫеш корпорацияһының “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идарасы компанияһы итеп тәғәйенләнеүе инвесторҙар менән һөҙөмтәлерәк эш итеү өсөн кадрҙар туплау һәм ресурстар ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, өҫтәүенә беҙҙә “Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы булараҡ уңышлы эш тәжрибәһе бар. “Алға” – дүрт майҙансыҡлы уникаль махсус иҡтисади зона. Уның биләмәһендә төрлө йүнәлештәге предприятиеларҙы урынлаштырырға була. Әле туғыҙ резидент менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ошо юҫыҡта эш дауам итә”, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев.
Фото: bashinform.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: