Уҙған йома район йылға-күлдәрендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Морат Задин һәм Янғынға ҡаршы хеҙмәт начальнигы Рәйес Арыҫланов етәкселегендә мәғлүмәт-иҫкәртеү рейды үтте.
Һыу инеү тыйылған урындарҙа ял итеүҙең эҙемтәләрен аңлатыу маҡсаты ҡуйылған рейдта муниципаль райондың административ комиссияһы ағзалары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡатнашты. Бер аҙнала республикала 40 кеше батып үлгән. Күренеүенсә, ҡот осҡос һандар. Иң үкенеслеһе, араларында биш бала ла бар. Бында инде ата-әсәнең ҡарап еткермәүе ғәйепле. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо һандарҙы атаны. “Һыуҙа батып үлеүҙәрҙең төп сәбәбе – ҡулайлаштырылмаған ҡырағай урындарҙа һыу инеү һәм иҫерек килеш һыуға төшөү. Балалар иһә ата-әсәләрҙең ҡарап еткермәүе арҡаһында һәләк була. Был аҙнала үлгән 35 өлкән кешенең 27-һе иҫерек булған. Даими рейдтар үткәреп тороу кәрәк.
Үткән аҙнала ғына ҡотҡарыусылар ярҙамында 88 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынды”, – тине Фәрит Ғүмәров. Быйыл көндәрҙең эҫе тороуы һәм кешеләрҙең сит илдәргә сыға алмауы арҡаһында, һыу буйында ял итеүселәр һаны өс тапҡырға артҡан. Ә муниципаль берәмектәрҙең күпләп рәсми пляждар асыу мөмкинлеге юҡ.
Батып үлеүселәр һаны буйынса беҙҙең районда киҫкен хәл тыуҙы – ошо осорҙа ғына һыуҙа өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Ҡара исемлектә Һул яҡ ярҙа Пенсионерҙар күле, Тирмән-Йылғалағы күл, Ағиҙелдең Михайловка ауылы тапҡыры теркәлде.
Рейд барышында нимәләр иғтибарҙы йәлеп итте? Беренсенән, халыҡты “Һыу инеү тыйыла” тигән яҙыуҙар туҡтатмай. Өлкәндәр ярҙа саҡта балалар рәхәтләнеп өрҙөрмәле матрастарҙа йөҙә, бербер хәл була ҡалғанда, табын әҙерләү менән мауыҡҡан ата-әсә ни эшләп өлгөрәсәк? Аншлагтарҙа административ штраф күләме лә күрһәтелә - рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү өсөн 3-4 мең һум штрафҡа тарттырылыуың бар. Ә эскән килеш һыуға төшөүселәргә ул 5 мең һумға етә. Рейдта ҡатнашыусылар күп осраҡта язаға тарттырыу түгел, иҫкәртмәләр таратыу, аңлатыу эше менән сикләнде. Өс гражданға протокол төҙөлдө.
Ишембайҙа быйыл бер рәсми пляж эшләй. Ағиҙел ярында хәүефһеҙлек һәм гигиена талаптары буйынса һыу инеү урыны йыһазландырылған. Балалар өсөн махсус урын, бәҙрәф, сисенеп-кейенеү өсөн кабинкалар бар, ә иң мөһиме – бында ҡотҡарыусылар
даими дежурҙа.
Районда хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Бер биләмә лә рөхсәт ителгән һыу инеү урыны менән маҡтана алмай. Иҫкәртеү аншлагтарының да ғүмере ҡыҫҡа - уларҙы шунда уҡ боҙоп, алып бәреү осраҡтарын теркәргә тура килә.