Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 11:35

Шул саҡта ҡыҙымды тыңламаһам...

Ғәзимә апайҙың тормош юлы һоҡланғыс хеҙмәттә үткән. Барыһы ла ал да гөл кеүек күренә уның. Әммә бер сәй табыны янында апай асылып китеп, күңелен өйкәгән әрнеү-ғазаптарын да асып һалды.

Ғәзимә апайҙың тормош юлы һоҡланғыс хеҙмәттә үткән. Барыһы ла ал да гөл кеүек күренә уның. Әммә бер сәй табыны янында апай асылып китеп, күңелен өйкәгән әрнеү-ғазаптарын да асып һалды.

...Йәшләй яратышҡан кешеһе менән ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ үҫтергән улар. Ире гел абруйлы урындарҙа эшләгән.

Бер мәл унда ниндәйҙер үҙгәреш һиҙә башланым. Һуңлап ҡайтыуҙары, юҡҡа-барға эләгешеп, һүҙгә килешеүҙәр йышайҙы. Эш буйынса Өфөгә командировкалары ике-өс көнгә һуҙыла башланы. Һөйләшеп аңлашырға теләүем дә гел үпкәләшеү менән тамамланды... Уның ситтә кемелер барлығын һиҙһәм дә, күҙ йәшемде эскә йотоп, тыныс ҡалырға тырыштым.

Көндәрҙән бер көндө ҡыҙым ярһып килеп инде.

– Әсәй, һин һуҡырмы, һаңғыраумы әллә? Бөтә ҡала атайҙың бухгалтеры менән йөрөгәне тураһында һөйләй. Мин әле генә уларҙың подъезға бергә инеп китеүҙәрен күрҙем!

Бығаса тыныслыҡ һаҡларға тырышһам да, ҡыҙымдың ярһыуы миңә лә күсте. Уның ыңғайына машинаға сығып ултырыуым, теге ҡатындың фатирына барып ҡаңғырыуыбыҙ, аптырашта ҡалған иремдең ҡиәфәте төштә булған ҡурҡыныс хәл кеүек...

– Әсәйҙең өҫтөнән көлөргә юл ҡуймайым! Хәҙер үк әйберҙәреңде йыйып ал да сығып кит беҙҙән! – тип асырғанды ҡыҙым.

Кискеһен ирем ҡайтып: “Ғәзимә, аңлашып ҡарайыҡ, ғәфү итә алһаң, кисер... Мин бер ваҡытта ла ғаиләмдән, һинән китергә уйламаным. Шайтан ҡотортҡандыр күңелемде...” - тиһә лә, уны тыңларлыҡ хәлдә түгел инем.

Айырылыштыҡ. Тәүҙә йөрөмтәл иремде ҡыуып сығара алғаным өсөн күңелде ниндәйҙер тантана итеү хисе биләне, унан инде яңғыҙлығымды тойоуҙан үҙәк өҙөлдө.

Ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Хәҙер инде үҙ ғаиләһе, балалары, эше, мәшәҡәттәре... Ә ирем теге ҡатын менән һин дә мин йәшәп ята. 15 йыл да булып китте ул ваҡиғаларға. Яңғыҙлығымды баҫыр өсөн, хаҡлы ялда булһам да, эшләп йөрөйөм. Төрлөсә уйлайым: теге саҡта арабыҙға ҡыҙым ҡыҫылмаһа, ирем менән икәү-ара нисек тә аңлашып, ярашыр инек. Йәшлек дыуамаллығы менән өҙә һуҡты шул. Атай менән әсәй араһындағы мөнәсәбәткә балалар ҡыҫылырға тейеш түгелдер ул. Хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, үҙем хәл итһәм, моғайын, ул һынауҙы ла кисерер, йырып сығыр инем. Уның ҡарауы, кистәрем дүрт стенаға бикләнеп үтмәҫ, яңғыҙлыҡтан өҙәгем өҙөлмәҫ ине...

Фото: econet.ru

Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: