Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 12:40

Аяҡтар шешенеүҙе ниндәй үләндәр менән дауалайҙар?

4 сәй ҡалағы етен орлоғона 1 литр һыу һалып, 10-15 минут ҡайнатығыҙ. Аҙаҡ кәстрүлде томалап бер сәғәт йылы урында тотоғоҙ.

4 сәй ҡалағы етен орлоғона 1 литр һыу һалып, 10-15 минут ҡайнатығыҙ. Аҙаҡ кәстрүлде томалап бер сәғәт йылы урында тотоғоҙ. Тәм өсөн еләк-емеш һуты һалырға мөмкин. Төнәтмәне ҡайнар килеш яртышар стаканлап, һәр ике сәғәт һайын, көнөнә 6-8 тапҡыр эсегеҙ. Дауаланыу курсы 2-3 аҙна.
Аяҡтар шешенеүҙән каланхоэ япрағы төнәтмәһе лә файҙалы. Бының өсөн ярты литрлы банкаға каланхоэ япраҡтарын тултырығыҙ ҙа өҫтөнә тулғансы спирт һалығыҙ. Шул төнәтмәне йоклар алдынан аяҡтарға һөртөгөҙ.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшегеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: