Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2020, 16:21

ӨРӘК МӨХӘББӘТЕ (булған хәл)

Уҡып бөтөп, биш йыл буйы бер үк тормошта ҡайнашҡан, күптәре иң яҡын дуҫтарыңа әйләнгән курсташтарың менән хушлашҡанда артабан да йыш-йыш ҡына осрашып, бер-беребеҙҙең донъя хәлдәрен белешеп торорбоҙ тип уйлайһың да ул, ләкин тормош башҡасараҡ хәл итә икән. Тәү мәлдәрәк кемдең ни менән мәшғүл булыуы хаҡында хәбәрҙар булып торһаң да, һуңға табан элемтә өҙөлә, инде башҡалар менән аралашып йәшәү элекке дуҫтарың араһына кәртә ҡуйғандай була. Бер нисә йылдан инде элекке курсташтарыңдың күбеһен ҡайҙа көн күргәнен, хатта донъяла бармы-юҡмы икәнен дә ишетеп белмәйһең. Шулай ҙа иң яҡындары тип иҫәпләгәндәр менән араны бик өҙөргә тырышмайһың, йыш ҡына күрешеп торорға ынтылаһың. Сөнки улар студент йылдарының – ғүмерҙең иң матур миҙгеленең тере шаһиты һәм ошо дуҫтарың менән осрашып һөйләшеү, хәтерләүҙәр аҙға ғына булһа ла кире шул йылдарға, йәшлегеңә алып ҡайтып , шаулы, дәртле, хискә тулы тормошта йәшәтеп алғандай тойола.

Уҡып бөтөп, биш йыл буйы бер үк тормошта ҡайнашҡан, күптәре иң яҡын дуҫтарыңа әйләнгән курсташтарың менән хушлашҡанда артабан да йыш-йыш ҡына осрашып, бер-беребеҙҙең донъя хәлдәрен белешеп торорбоҙ тип уйлайһың да ул, ләкин тормош башҡасараҡ хәл итә икән. Тәү мәлдәрәк кемдең ни менән мәшғүл булыуы хаҡында хәбәрҙар булып торһаң да, һуңға табан элемтә өҙөлә, инде башҡалар менән аралашып йәшәү элекке дуҫтарың араһына кәртә ҡуйғандай була. Бер нисә йылдан инде элекке курсташтарыңдың күбеһен ҡайҙа көн күргәнен, хатта донъяла бармы-юҡмы икәнен дә ишетеп белмәйһең. Шулай ҙа иң яҡындары тип иҫәпләгәндәр менән араны бик өҙөргә тырышмайһың, йыш ҡына күрешеп торорға ынтылаһың. Сөнки улар студент йылдарының – ғүмерҙең иң матур миҙгеленең тере шаһиты һәм ошо дуҫтарың менән осрашып һөйләшеү, хәтерләүҙәр аҙға ғына булһа ла кире шул йылдарға, йәшлегеңә алып ҡайтып , шаулы, дәртле, хискә тулы тормошта йәшәтеп алғандай тойола.
Мин Өфөгә юлым төшөү менән, уҡып бөткәнсе бер бүлмәлә тороп, бер табаҡтан ашап йөрөгән Фәрит дуҫҡа һуғылырға тырышам. Шәп кеше ул. Мин юғары ғына урынды биләгән түрә тип тормай күрешеү менән элекке мин белгән Фәриткә әйләнә лә ҡуя. Шуға ла һөйләшеп һүҙ бөтмәй, күңел булғансы аралашырға ваҡыт та етмәй ҡала.
Был осрашҡанымда дуҫым миңә:
-Беләһеңме, Ринат та Өфөгә килеп эшкә урынлашып, бында фатир ҙа алды.Уның менән элек бер хикмәтле хәл дә булып алған. Мин ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Әйҙә уға барып һөйләшәбеҙ- бәлки һиңә, гәзит кешеһенә кәрәге тейеп ҡуйыр, - тип Сипайлово биҫтәһенә алып китте.
Өс тиҫтә йылдан артыҡ күрешмәгән курсташ менән осрашыу шатлыҡлы ваиға булһа, Фәрит әйткән “хикмәтле хәле” бик мауыҡтырғыс ине. Уны мин Ринаттың ауыҙынан ишеткәнсә, түкмәй-сәсмәй үҙе исеменән һөйләп бирәм.
…Институтты тамамлағас мине төпкөл генә районға эшкә ебәргәндәрен беләһегеҙ бит инде. Таулы-урманлы был районда колхоз-совхоздар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улары ла һөрөнтө ерҙәр аҙ булғас, башлыса малсылыҡ менән генә шөғөлләнә. Ауыл хужалығы идаралығында мине район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан колхозға тәғәйенләнеләр. Шулай итеп төпкөл райондың иң төпкөл ауылында эшләй башланым. Барғас та яңғыҙ йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлаштырҙылар. Минзифа инәй өйөн бөхтә тотҡан, аш-һыуға ла ҡулы оҫта алсаҡ ҡына әбей ине. Минең өсөн өлтөрәп торҙо.
Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йүкәле, төпкөлдә ятһа ла үҙенә күрә тормош ҡайнап торған ҙур ғына ауыл ине. Йәштәр ҙә күп, күңел асырға бына тигән клубтары ла бар. Буш ваҡытты ҡайҙа уҙғарайым тип аптырарға түгел, көн һайын тип әйтерлек кино ҡуялар, китапханалары ла бай ғына, теләһәң бильярд, шахмат-шашка уйна, домино һуҡ. Ауыл йәштәре йыш ҡына спектакль, концерт әҙерләп, күрһәтеп тора. Ҡыҫҡаһы, Йүкәленең башҡа ауылдарҙан һис кәмселеге юҡ.
Шулай, көндөҙөн колхоз идараһында, кисен клубта булып көн күрә башланым был ауылда. Аҡрынлап Йүкәленең үҙенә лә, халҡына ла күнектем.
Әммә бер хикмәт күңелде тырнай ине. Эш бына ниҙә – мин йәшәгән фатирҙың күршеһендә ташландыҡ йорт ултыра. Ишек-тәҙрәләре лә булмаған, түбәһе яртылаш аҡтарылған, үҙе бер мөйөшөнә сүккән был йорттоң ауыл уртаһында бер үҙе бөтә урамдың йәмен ебәреп ултырыуын оҡшатмай, тәү күреүҙә үк: “Ниңә был йортто һүтеп ташлап урынына берәйһе яңыны төҙөп инмәй икән?”- тип уйлап ҡуйғайным. Аҙағыраҡ Минзифа инәйгә был хаҡта әйткәс, ул: “Әлләсе, берәү ҙә баҙнат итмәйҙер”, - тип алайышһыҙыраҡ яуап биргәйне. Мин дә ул саҡта артыҡ төпсөнөп тороуҙы килештермәгәйнем. Шулай ҙа күпмелер ваҡыт үткәс: “Кем йәшәй ине ул йортта?” – тп һорап ҡуйғайным, инәйҙән: “Сауҙәгәр Хәмзә ағайҙыҡы ине ул”, -тигән яуап ҡына ишеттем.
Һәр ауылда бындай ташландыҡ, емерек йорттар бар инде ул, уларҙың урам сүпләп ултырыуҙан башҡа эше лә юҡ. Әммә бындағы йорт, дөрөҫөрәге уға бәйле ваҡиға минең тормошомдо емерә яҙҙы, үҙемде саҡ тилегә әйләндермәне.
Йүкәлелә өс ай самаһы йәшәгәс, буғай, бер кис шулай һуңлатып ҡына клубтан ҡайтып киләм. Үҙем йәшәгән йорт ихатаһына инеп китер алдынан, ғәҙәттәгесә, шом бөркөп ултырған күршеләге өйгә лә күҙ һалып алдым. Шунда уның алдында ниндәйҙер ап-аҡ шәүлә торғанын күргәндәй иттем, хатта ул аҙ ғына һелкенеп алғандай тойолдо. Эштә көн оҙоно цифрҙарға, клубта киноға текләшеп ултырып күҙҙәрем сыбарланғандыр тип, иғтибарһыҙ ғына өйөмә инеп киттем. Ә инде икенсе кисте лә шәүләне күргәс, йөрәгем семерҙәп китте, ирекһеҙҙән үҙем белгән берҙән-бер доғаны уҡый һалдым. Ләкин доғам уға тәьҫир итмәне – шәүлә уңға-һулға һелкенгеләп, урынында ҡала бирҙе. Мин, әлбиттә, тиҙерәк өйгә инеп китеү яғын ҡараным. Унан шөрләп, артабан бер нисә көн клубҡа ла сыҡманым шикелле.
Өсөнсө күреүемдә инде шәүлә элекке урынынан китеп беҙҙең ҡапҡаға яҡын уҡ тора ине. Был юлы мин йөрәгемде усыма омарлап булһа ла туҡтап уҡ ҡалып, бар иғтибарымды уға йүнәлттем. Сибек кенә кеше формаһын алған шәүлә үтә күренмәле томанды ла, болотто ла хәтерләтә ине. Үҙе бәүелеп-бәүелеп тә ала, йә ҡапылдан бер урында ҡатып ҡала. Баҙнат итеп, иҫкәртмәҫтән ҡулымды һуҙып уға табан бер-ике аҙым атлағайным, шәүлә артҡа тайпыла һалды ла, ҡапыл өйгә табан китеп, юҡҡа ла сыҡты, артынан ҡойроҡ һымағыраҡ аҡһыл эҙ һуҙылып ҡалды. Мейемде шунда уҡ “Өрәк бит был!”-тигән уй ярып үтте. Хәтеремә Англиялағы крепостәр, унда йәшәгән өрәктәр тураһында уҡығаным төшә һалды.
Әлбиттә,һөйләһәм үҙемде иҫәргә һанарҙар, тип күргәндәрем хаҡында берәүгә лә өндәшмәнем.
Аҡрынлап өрәк менән осрашыуҙарым ғәҙәти күренешкә әйләнә барҙы. Ул минең клубтан ҡайтыуымды тәүҙә алыҫтаныраҡ, бер урында торобораҡ ҡаршы алһа, аҙаҡҡа табан ҡапҡа төбөнә үк килеп көтөп тора башланы. Хатта минең тирәләйбер-ике әйләнеп тә сыға. Ул яҡын уҡ үтеп китһә, тәнемә ниндәйҙер һалҡынлыҡ килеп ҡағылғандай була.Ә инде тамам уға өйрәнеп еткәндән һуң бер саҡ ҡыҙыҡ күреп: “Сләмә, күрше!”-тип сәләмләүем булды, өрәк шатлығынан үрле-ҡырлы һикергәндәй хәрәкәттәр яһап ташланы. Оҙаҡламай ул клубтан сығыуыма уҡ яныма килер, ҡайтып еткәнсе эргәмдә өйөрөлөр, ишек төбөнә тиклем оҙатыр булып китте. Ҡайһы саҡ ишеккә килеп еткәс, инмәй аҙыраҡ янымда тор инде, тигәндәй юл бирмәй алдымда ҡымшанмай ҙа тик торҙо. Уны ҡыланыштарына, ҡайһы саҡ асыҡ ҡына сағылып киткән буй-һынына ҡарап был бер ҙә сауҙагәргә оҡшамаған, малай-шалай йә йәш ҡыҙҙарҙың өрәгелер, тип уйлап ҡуйғайным инде.
Бер көндө түҙмәй, мине фантазер йәки иҫәргә һанаһа һанар инде, тинем дә Минзифа инәйгә өрәк менән осрашыуҙарыбыҙ хаҡында һөйләнем дә бирҙем. Ул минең һүҙҙәремә көлмәне лә, ғәжәпләнмәне лә. Бары тыныс ҡына итеп: “Миңә генә тиһәм, һиңә лә күренә икән дә. Ул – Хәмзә ағайҙың ҡыҙы Йәмиләнең өрәге, буғай. Ҡурҡма, бәләһе теймәгән кешегә зыян килтермәй ул”,-тип әйтеп ҡуйҙы.
Был һөйләшеүҙән һуң оҙаҡ та үтмәй, мин бер ҡыҙға үлеп ғашиҡ булып, өрәк менән аралашыуҙарым икенсе планға күсте лә ҡуйҙы.
Гөлнур яңы ғына институт тамамлап, Йүкәлегә уҡытырға килгән күрше ауыл ҡыҙы ине. Зифа буйлы, һәр саҡ көлөп торған ҡоңғортораҡ йөҙлө был ҡыҙ тәү күреүемдә үк йөрәгем түрендә урын алды. Уның менән тиҙ арала танышып китеп, осраша ла башланыҡ. Һәр кис һайын клубҡа киноға йөрөп, аҙаҡ ул йәшәгән ике туған апаларының өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Күҙ алдымда гел һөйгән йәремдең һыны ғына торғас, төнөн өйгә ҡайтҡанда ҡайһы саҡ мине һағалап торған өрәкте шәйләмәй ҙә үтеп китә инем. Ләкин шуныһына иғтибар иткәйнем: мин Гөлнурҙы оҙата башлау менән өрәк клуб тирәһендә бөтөнләй күренмәне, хатта бер нисә кис йорт янында күҙгә салынманы. Мин ул саҡ уның юҡлығына артыҡ борсолмағайным да. Аҙаҡ Гөлнур янынан ҡайтҡанда өрәктең миңә яҡын килмәй үҙенең йорто янында ҡымшанмай ҙа торғанын күргеләнем.
Әммә бер кисте ул мне ғәжәпләндерерлек ҡылыҡтар ҙа ҡылып ташланы. Беҙҙең яҡҡа илткән тыҡрыҡ башында уҡ ҡаршы алды ла, миңә бәрелә-һуғыла яҙып, тирәмдә әйләнергә тотондо- ҡыҫҡаһы янымда өйөрмә ҡуптарғандай булды. Мин өрәк үҙенә иғтибарҙы аҙ бүлгәнгә асыуланалыр, тип кенә уйлап ҡуйҙым.
Йөрөй башлауыбыҙҙың икенсе айында Гөлнурға әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Йөҙө һурылып, ундағы көләслек тә юғалды, күҙҙәре күп илауҙан һуң булғандай, ҡыҙарып, шешенеп йөрөнө,уларҙа йыш ҡына ҡурҡыу билдәләре сағыла ине. Һөйләшеүенең дә рәте китте. Мин: “Ни булды һиңә?” – тип төпсөнһәм дә бер ниндәй ҙә аңлайышлы яуап ишетмәнем. Оҙаҡламай ул ҡапылдан ғына уҡытыуын ташлап ауылдарына ҡайтып китте. Биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан был ауылға мин көн аша булһа ла барғылап йөрөнөм, әлбиттә. Ләкин бер барыуымда Гөлнур өйҙә булмай сыҡты. Уны ҡалаға, психо-неврология диспансерына дауаланырға оҙатҡандар ине.
Һуңынаныраҡ ишетеүемсә, Гөлнурҙың йоҡларға ятыуы менән күҙенә ен-пәйрейҙәр күренә башлаған икән. Йыш ҡына йоҡонан тын ала алмай баҫлығып уянған. Әйберҙәре лә иртән тороуына тырым-тыраҡай сәселеп ятҡан. Ауылдарына ҡайтҡас та был хәл ҡабатланған. Әммә диспансерҙа инде ул-был булмаған.
Ошо хаҡта ишетеү менән шунда уҡ был бит Йәмилә өрәгенең генә эше тип уйлай һалдым. Тимәк, ул мине Гөлнурҙан көнләшә, үҙенә иғтибарым юғалыуға һөйгән ҡыҙымдан үс ала.
Мин ни эшләргә лә белмәй, аптыраған көндән барыһын да Минзифа инәйгә һөйләп бирҙем дә берәй кәңәш әйтеүен һораным. Инәй: “Йәмилә һиңә ғашиҡ булған инде. Өрәктең дә йөрәге бар микән ни?!”- тип ҡуйҙы һәм бер уйланып ултырғас ошоларҙы һөйләп алып китте.
-Бер яйы бар һымаҡ та ул – уның хаҡында аҙағыраҡ һөйләшербеҙ. Башта Йәмиләнең яҙмышын һөйләп бирәйем әле, -тип башланы ул һүҙен.- Хәмзә ағай ревәлүсийәгә тиклем ҡайҙалыр ситтә йөрөгән. Аҡтар-ҡыҙылдар һуғышынан һуң мәрйә ҡатыны менән ун йәшлек ҡыҙы Йәмиләне эйәртеп ауылға ҡайтып төштө. Шунда уҡ атаһының буш торған өйөн һүтеп ташлап, урынына ҡарағастан бына тигән анау йортто һалып инде. Ул саҡта был йорт ауылда иң күркәме ине. Мал аҙбарҙары ла, келәт тә төҙөттө.Үҙе күпләп мал да аҫыраны, улар менән кәсеп тә итте. Ҡатыны Маруся еңгә йәшелсә, картуф үҫтереп һатыу итте. Ләкин мәрйә еңгә бында оҙаҡ йәшәмәне – икенсегә бәпесләй алмай үлеп китте. Хәмзә ағай ҡабаттан өйләнмәне, ҡыҙы менән икәү генә йәшәне.
Минән биш йәшкә өлкән Йәмилә апай төҫ-башҡа хәтәр сибәр ине. Күҙҙәре зәп-зәңгәр, һарғылт сәс толомдары ергә һөйрәлә яҙып йөрөй, йөҙө ап-аҡ – торғаны менән ысын кәртинкә инде. Әммә Хоҙай уға сибәрлекте артығы менән бирһә лә, һаулыҡты йәлләгән булып сыҡты. Мине һәр саҡ үҙенә эйәртеп, бергә уйнатып йөрөгән ҡыҙҙың ун ике йәшендә аяҡтары йөрөмәй башланы. Ҡалған ғүмере урында ғына ятып үткәрҙе, бахырҡай. Хәмзә ағай ҡыҙын тәрбиәләргә бер аҫрау ҡарсыҡты тотто.
Йәмилә апайға ун ете йәш тулғанда атаһы ла ҡаты ауырып түшәккә йығылды. Үлер алдынан ауылда ситән өйҙә бик ярлы йәшәгән ҡәрҙәш тейешле Әптрәй ағайҙы саҡыртып ала ла: “Йортомдо, бар мал-мөлкәтемде һиңә ҡалдырам, тик ҡыҙымды әҙәмсә тәрбиә ит”, -тип тегенән анттар әйттерә.Ул вафат булыу менән Әптрәй ағай бисәһе Хөсниә менән күсеп килә һалдылар. Әптерәй ағай үҙе йыуаш, ипле генә кеше булһа ла ғүмер бала табып, бағып та ҡарамаған ҡатыны бик уҫал, яһил ине. Ул Йәмилә апайға бөтөнләй изгелек күрһәтмәне. Йүнләп аҫтын да алыштырманы, ас та тотто, гел имгәктән һалдырып әрләне.
Шулай ярты йылдай йәшәгәс, йәй көндәренең береһендә Әптерәй ағай Йәмилә апайҙы күтәреп алып сығып егеүле арбаға һалды ла: “Ныҡ ауырып китте, ҡалаға бальнисҡа апарам”, -тип ауылдан сығыу яғына йүнәлде.Шул китеүенән Йәмилә апай ҡабат ҡайтманы.Ә Әптерәй ағай бер нисә көндән һуң әйләнеп “Йәмиләне духтырҙарға ҡалдырҙым”,-тип һөйләнеп йөрөнө.
Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, һәр төн һайын күрше йортта тауыш сығар булып китте. Бер төндө ҡобараһы осҡан, сәсе-башы туҙған Хөсниә еңгә беҙгә килеп инеп: ”Ҡотҡарығыҙ бер үк! Йәмилә аяҡланып бальнистан ҡасып ҡайтҡан да төндә килеп мине быуырға тотондо. Үҙе ап-аҡ кейемдә”, -тип яр һалырға тотондо. Атайым менән әсәйем уны саҡ тынысландырып өйөнә илтеп ҡуйҙы.
Икенсе төндө беҙҙең ҡотто алып, күршелә мылтыҡ тауышы яңғыраны. Йүгерешеп сыҡһаҡ, ишектәре төбөндә ҡанға туҙып аҡ күлдәк-ыштан ғына кейгән Әптерәй ағай ята. Бер яҡ ситтәрәк тас салҡан ҡулына мылтыҡ тотоп Хөсниә еңгә тәгәрәгән. Уныҡы ла йөрәге ярылып йән биргән булып сыҡты. Атайым был фажиғә хаҡында: “Күрәһең, аҡ күлдәк-ыштанда тышҡа сыҡҡан ирен Йәмилә тип атҡан еңгә”, -тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
Һуңынан, көҙ аҙағында атайымдың әсәйемә: “Атымды эҙләп ғүмер әҙәм аяғы баҫмаған Атау йырынына барып сыҡҡайным, тырым-тыраҡай туҙышып ятҡан кеше һөйәктәренә тап булдым – Йәмиләнеке булманымы икән? Әптерәй шунда ҡалдырып китһә, мәйетен кейек-ҡош тәләфләгәндер”, -тигәнен, ә әсәйемдең : “Ҡаланан өс көндә саҡ әйләндем тип һөйләнеп йөрөһә лә, шул киткән төндө үк урамдарына атлы арба ингәнен һиҙгәйнем шул. Әптерәй Хөсниә ҡотҡоһо менән эшләгән инде быны”, -тип әйткәнен ишетеп ҡалдым. Яуызлыҡтары баштарына етте, Йәмилә ҡон ҡайтарҙы, күрәһең.
Йәмилә апайҙың әрүахы, шулай уҡ бында булып үткән фажиғә хаҡында ишетеп-күргәс ауыл халҡы буш ҡалған йортҡа ымһынманы ла. Мал-мөлкәтен шул йылда төҙөлгән колхозға алдылар. Минән башҡаларға күренмәгәс, күрше йорттоң буш тормауын, унда Йәмилә апайҙың өрәге булһа ла йәшәүен берәү ҙә белмәй ҙә. Хәҙер инде икәү генә беләбеҙ, -тип тамаланы һүҙен Минзифа инәй.
-Уны тынысландырыу өсөн нимә эшләйбеҙ һуң? Бер яйы бар тигәйнең бит, -тип инәйгә ялбарыулы ҡарашымды төбәнем.
-Әйҙә, көрәк алып Атау йырынына барайыҡ. Имен булһа һөйәктәрен йыйып ер ҡуйынына һалайыҡ. Мәйете күмелмәгәнгә күптән күккә күтәрелеп ожмах ҡошона әүерелмәй, ер йөҙөндә аҙашып йөрөйҙөр уның рухы,- тип ул мине алып сығып китте.
Йырында оҙаҡ ҡына эҙләнеп йөрөп, бар булған һөйәктәрҙе йыйып ергә күмгәс Минзифа инәй күп итеп доғалар уҡыны.
Ринат шул урында хикәйәтен тамамланы. Мин түҙмәй: “Шунан?”-тип һорай һалдым.
-Шунан ни өрәк юҡҡа сыҡты. Күрәһең, Минзифа инәй юрағанса күккә олғашып, ожмах ҡошона әүерелгәндер…Инәй үҙе лә күптән мәрхүмә инде, - тине Ринат.
-Ә Гөлнур?-тип һорауыма ул аш-һыу бүлмәһендә табын әҙерләп йөрөгән мөләйем йөҙлө ҡатынға күрһәтеп:
-Ана, минең Гөлнурым – күҙ нурым, -тип йылмайҙы.
Читайте нас: