Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2020, 02:47

Ҡалаға йөрөмәҫкә

“Һөт кухняһы” ризыҡтары ауыл халҡына яҡынайҙы.

“Һөт кухняһы” ризыҡтары ауыл халҡына яҡынайҙы.
Күсмә пункт Петровский ауылының Ленин урамындағы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Ризыҡтарҙы шаршамбы иртәнге сәғәт 11-ҙән тарата башлайҙар. Һөт аҙыҡтары тәғәйен температураны һаҡлаған термоконтейнерҙарҙа килтерелә. Был яңы адресҡа 15 бала күскән дә инде, элек уларға тәғәйен һөт ризыҡтарын ҡаланан йөрөп алырға мәжбүр булғандар. Был биләмәлә 50 бала “Һөт кухняһы” менән файҙалана. Хәҙер Петровскийға яҡын ауылдарҙа йәшәгән ғаиләләр ҙә аҙыҡты алыу пунктын алмаштырыуға ғариза яҙа ала.
Мәғлүм булыуынса, ойошма эшләгән мәлдән алып республикала алты етештереү майҙансығы барлыҡҡа килгән, һөт ризыҡтарын таратыу менән шөғөлләнгән 97 пункт асылған. “Һөт кухняһы” продукцияһын “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ”, “Стерх” сауҙа селтәрҙәре магазиндарынан да һатып алырға мөмкин. Бөгөн ташламалы категорияға ҡараған 22705 бала “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителә.
Фото: vk.com
Читайте нас: