Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 11:53

Ҡояш нурҙарынан янғын сыға

8 июлдә кискә табан ҡаланың Ҡулса урамында ҙур янғын сыға. Ҡояш нурҙары быяла тәҙрә аша көслө ҡыҙҙырып ут сығыуға сәбәпсе була. Торлаҡ йорт һәм күрше участкалағы һарай тулыһынса юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Бынан тыш хужалыҡ блогына ла зыян килгән.

Бындай осраҡ ҡалала беренсегә түгел. Яҙын сағыу ҡояш нурҙары тәҙрә быялаһы аша һынып үтеп, күп фатирлы йорт балконында ут сығыуға килтерә.
- Был эҫе көндәрҙә янғындар сығыуға юл ҡуймаҫ өсөн халыҡты иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡырабыҙ, - ти Салауат һәм Ишембай ҡалалары буйынса янғын-күҙәтеү дәүләт инспекторы Денис Тарасевич.
Фото: Денис Тарасевич
Читайте нас: