Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 12:35

Ҡала юлдары һөйөндөрә

Быйыл Ишембайҙа төҙөкләндерелгән һәм әлеге мәлдә ремонт барған юлдар күләменән сығып, ҡалабыҙ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың бер өлгөһө булды тип әйтергә нигеҙ бар. 15 километрҙан ашыу оҙонлоҡта бөтәһе 10 урамда яңы асфальт түшәү эштәренә июль аҙағында йомғаҡ яһарға буласаҡ.

Быйыл Ишембайҙа төҙөкләндерелгән һәм әлеге мәлдә ремонт барған юлдар күләменән сығып, ҡалабыҙ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың бер өлгөһө булды тип әйтергә нигеҙ бар. 15 километрҙан ашыу оҙонлоҡта бөтәһе 10 урамда яңы асфальт түшәү эштәренә июль аҙағында йомғаҡ яһарға буласаҡ.
Муниципаль бюджет саралары иҫәбенә өҫтәмә рәүештә тағы өс урам юлы ремонтлана. Ил буйынса “Еңеү урамдары” проекты ла тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең бер нисә төбәге күтәреп сыҡҡан үҙенсәлекле проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары исемен йөрөткән урам-юл селтәре объекттары яңыртыла. Ишембайҙа легендар Маршал Жуков урамы ла ошо исемлеккә кергәйне, күптән түгел унда бер километрҙан ашыу арала яңы асфальт һалыу эштәре тамамланды. Ағиҙел аша күпер тапҡырынан алып, Стахановсылар урамы менән киҫелешкә тиклем дауам иткән был юл өлөшө ҡаланың күптәнге проблемаһы ине. Ниһайәт, быйыл Ишембай йөҙөн үҙгәрткән ҙур эш башҡарылды. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында ҡатнашҡан 83 төбәктә беҙҙәге ише “Еңеү урамдары” исемлегенә ингән бөтәһе 400 урам булыуы билдәле. РФ Транспорт министрлығы хуплаған проект илһөйәр ниәтте тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирҙе. Бындай урамдарҙа проект логотибы менән махсус баннер эленгән. Ундағы QR-кодты смартфон менән сканерлаһаң, Советтар Союзы Геройы тураһында тулы мәғлүмәт менән танышырға була.
Ҡала халҡы Г. Жуков урамында ремонт барған мәлдә заманса юл ремонты технологияһына ла шаһит булды. Тәүҙә иҫке юл япмаһы фрезерлап алынды, бордюрҙар ҡуйылды, битумлағандан һуң өлөшләтә асфальт түшәп, юлдың тигеҙһеҙлектәре бөтөрөлдө. Өфө ҡалаһынан үҙен яуаплы күрһәткән подрядсы ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң ғына сифат талаптары буйынса ике ҡатлам асфальт йәйҙе. Бер ыңғай оло юлға ҡушылыусы участкаларҙың да ремонтланыуы урамға тамамланған, төҙөк төҫ бирҙе. Юл билдәләрен термопластик ҡулланып һыҙыу ҙа эштең сифатын күрһәтә.
Ошо уҡ проект буйынса Смаҡайҙа совет разведчигы Рихард Зорге исемен йөрөткән урамға бер километрҙан ашыу арала яңы асфальт түшәү бара. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Салауат Хәйретдинов әйтеүенсә, ҡалала быйылғы планға ингән урамдарҙа автомобиль юлдарын ремонтлау эше 15 июлгә тамамланасаҡ. Төнъяҡ, Б. Хмельницкий, Жуков, Иҫке Ишембайҙа Тракт урамындағы үҙгәрештәрҙе руль артындағылар айырыуса тойҙо. Соҡор-саҡырлы юлдар урынына һаналған көндәрҙә тотош яңы асфальт түшәлеүе кәйефте күтәрә. Бында подрядсы ойошмаларҙың яуаплы ҡарашы, милли проект сиктәрендә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен контрольдә тотоу мөһим.
Читайте нас: