Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 01:52

Себер китә ҡатын-ҡыҙ...

Район үҙәгендә күптәнге танышымды осраттым. Ире менән төҙөлөш материалдары алып йөрөйҙәр икән. Ауылда йәшәйҙәр, биш бала үҫтерәләр. Хәл-әхүәл һорашып торған ыңғайы өйҙәрен ҙурайтып, төкәтмә эшләүҙәре, әле шуның ҡыйығына тип кәрәк-яраҡ һатып алырға килеүҙәре хаҡында белдем.

Район үҙәгендә күптәнге танышымды осраттым. Ире менән төҙөлөш материалдары алып йөрөйҙәр икән. Ауылда йәшәйҙәр, биш бала үҫтерәләр. Хәл-әхүәл һорашып торған ыңғайы өйҙәрен ҙурайтып, төкәтмә эшләүҙәре, әле шуның ҡыйығына тип кәрәк-яраҡ һатып алырға килеүҙәре хаҡында белдем.
- Ҡайһылай маладисһығыҙ. Ауылда ла кеше хәҙер матур йәшәргә ынтыла, - тинем дә элек йыш һуҡмыш йөрөгән ире хаҡында һорап ҡуйҙым: - Ташланымы насар ғәҙәтен?
- Ҡайҙан?! Үҙем Себергә йөрөп эшләйем бит!
- Аһ, ә балаларығыҙ? Бәләкәстәр бит әле...
- Нимә эшләйһең инде... Балалар ҙурая, аҡса кәрәк. Олоһо Өфөгә уҡырға инде. Бурыстар йыйылып китте. Балалар пособиеһына ғына йәшәп булмай бит. Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә тәүәккәлләнем. Тәүге тапҡыр сығып китеүе ныҡ ҡыйын булды. Үҙем йыйынам, үҙемдең күҙҙән субырлап йәш ағып йөрөй. Балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәсемә ҡараһам, бигерәк йөрәгем өҙөлә. Әле береһен, әле икенсеһен һөйәм... Ир һәр саҡтағыса һуҡмыш.
Башта ул вахтаға йөрөп эшләгәйне. Ҡайтып еткәнсе ярты аҡсаһын тигәндәй бөтөрә, ҡайтҡас та эске дауам итә. “Былай йәшәп булмай”, тинем бер көн. Бына өсөнсө йыл китте инде. Уның ҡарауы, мин эшкә сығып китһәм, ирҙә аҙыраҡ яуаплылыҡ барлыҡҡа килә, балаларҙы ҡарай, улар ҙа бер-береһен тәрбиәләп, өлкәндәре бәләкәстәрен хәстәрләп бер ай йә ай ярым донъя көтә.
Ғаиләлә аҡса барлыҡҡа килеп, бурыстарҙы ҡаплап, донъяны бөтәйтә башлағайныҡ, ирем дә нисектер дәртләнеп киткән кеүек әле. Бына йортто ҙурайтып ташланыҡ. Шулай йәшәп ятабыҙ. Әлбиттә, еңел түгел. Ай буйы шул балаларҙы уйлап, нисек йәшәйҙәр, нимә ашайҙар тип борсолаһың. Ярай әле телефон бар, видеоэлемтә аша һөйләшәбеҙ.
Әлегә ошолай йөрөйөм, донъяны рәтләп, балаларҙы аяҡҡа баҫтырһам, бәлки, эшләмәҫмен дә. Әллә инде, ваҡыт күрһәтер... – тине танышым.
Фото: mir-da.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: