Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 02:51

Күпер төҙөк – туристар тағы ла артыр

Быйыл Маҡар тарафтарындағы Күкҡарауыҡ шарлауығын барып күрергә ниәтләгән ҡайһы берәүҙәрҙе пандемия ла, Һикәҙе йылғаһы аша емерек күпер ҙә туҡтата алманы. Яҙын көслө йылғаны машинала кискәндә төрлө ваҡиғаға тарығандар ҙа булманы түгел.

Быйыл Маҡар тарафтарындағы Күкҡарауыҡ шарлауығын барып күрергә ниәтләгән ҡайһы берәүҙәрҙе пандемия ла, Һикәҙе йылғаһы аша емерек күпер ҙә туҡтата алманы. Яҙын көслө йылғаны машинала кискәндә төрлө ваҡиғаға тарығандар ҙа булманы түгел. Туристар эргәләге Ауҙаҡан яланын палаткалар ҡаласығына әйләндереп, Салауат Юлаев мәмерйәһенә һәм шарлауыҡҡа тиклем йәйәү барып ҡайтыуҙы ла ауырға алманы. Хәҙер бына күпер төҙөк. Ошо көндәрҙә генә Ишембай юл ремонты һәм төҙөлөшө идаралығы эшселәре ремонтланған күпер өҫтөнә яңы асфальт ҡатламы ла түшәп ҡуйҙы. Тәбиғәт ҡомартҡылары тирәһен йыйыштырыу буйынса өмәгә сыҡҡан ауылдың бюджет хеҙмәткәрҙәре быйыл сүп-сарҙың әҙ булыуын яҙғайны. Күпер төҙөк – туристар тағы ла артыр. Сүп-сарҙы ғына өйөп китмәйек, ер-һыу ҡәҙерен белгән намыҫлы кешеләр булайыҡ.
Читайте нас: