Ҡулдарығыҙ таҙа, матур булһын өсөн, иртән һәм кисен бойҙай бутҡаһы менән йыуыу ҙа етә. Мәҫәлән, ҡулдарҙағы ҡыҙыллыҡты бөтөрөргә кәрәк, ти. Бының өсөн бер тигеҙ күләмдә алынған лимон һуты һәм глицерин һөртөү ярҙам итәсәк. Һабын ниндәй генә яҡшы булмаһын, ул тирене боҙа. Шуға күрә көндөҙ ҡулды һабынлап йыш йыуырға кәңәш ителмәй. Лимон һабынды тулыһынса алыштыра ала. Өҫтәүенә, ҡулдарҙағы төрлө таптарҙы ла бөтөрә.
Ҡул тиреһе ярылыусан кешеләргә лә бер нисә кәңәште тотоу кәңәш ителә. Ҡулдарығыҙҙы йылы һыуҙа йыуығыҙ. Вазелин йәки сусҡа майы алығыҙ ҙа ҡулығыҙ йомшарғансы шуның менән ышҡығыҙ. Аҙаҡ йылы һыуға бер нисә тамсы нашатырь спирты һалып, шул һыуҙа йыуығыҙ. Һыуҙы бер нисә тапҡыр алыштырығыҙ. Һуңынан бер күләмдә алынған глицерин, одеколон һәм һыу ҡатнашмаһы менән һөртөгөҙ.