Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2020, 02:50

Аҡтан булһын барыр юлығыҙ!

Йәш парға никах, туй мәлендә юлланған теләктәрҙән дә ихласырағы юҡтыр ул. Балаң үҙ аллы тормош ҡора, хәҙер инде үҙе атай-әсәй булыу яуаплылығын алырға әҙер... Был һоҡланғыс пар - Маҡар ауылынан Регина Вәлиева менән Дәүләкән районы егете Рөстәм Сәфиуллин да ошо көндәрҙә никах туйҙарын үткәрҙе.

8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Ҡотло булһын нигеҙ, ырыҫ ҡунһын,
Уй-теләктәр булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре —
Бала-саға — үҫһен бер итәк.
Йәш парға никах, туй мәлендә юлланған теләктәрҙән дә ихласырағы юҡтыр ул. Балаң үҙ аллы тормош ҡора, хәҙер инде үҙе атай-әсәй булыу яуаплылығын алырға әҙер... Был һоҡланғыс пар - Маҡар ауылынан Регина Вәлиева менән Дәүләкән районы егете Рөстәм Сәфиуллин да ошо көндәрҙә никах туйҙарын үткәрҙе. Юғары уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, һөнәр алып өлгөргәндәр. Аяғында ышаныслы баҫып торған, туғандарына терәк, үрнәк була алған матур, етди йәштәр. Регина – табип, Рөстәм энергетика тармағында тырыша. Икеһе лә ишле ғаиләнән, атайәсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәү, мөхәббәтле, татыу йәшәү мәғәнәһе хаҡында уларға аңлатып тороу кәрәкмәй.
- Ғүмерлек йәреңде осратыу – иң ҙур бәхеттер ул. Никахҡа әҙерлек мәлендә тулҡынланыу булды, әммә һөйгән кешемдең күҙҙәренә ҡарайым да – донъям түп-түңәрәк, маҡсаттарым ап-аныҡ икәнен тоям. Икебеҙҙә лә бер уртаҡ кисереш, бер көслө тойғо. Шуны аңлап һөйөнәбеҙ, - ти Рөстәм.
Йәштәргә аҡ юл теләйек, бергә үтер юлдары оҙон, бәхетле булһын!
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: