8 июлдә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Ишембайҙың 33 эшҡыуары һатып алыусыларға 10%-тан 40%-ҡа тиклем ташлама яһарға әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Сауҙа нөктәләренең 16-һы “Лето” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан. Ҡала баҙарында ла күп тауарҙарҙы осһоҙораҡҡа һатып алып буласаҡ.
Муниципаль райондың сауҙа, хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге башланғысы менән иғлан ителгән акцияла ҡатнашыусылар исемлеге беҙҙең сайтта таблица рәүешендә килтерелгән.