Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2020, 23:53

Һыу ҡорбандары арта

Бөгөн Ишембай районының Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә һыуҙағы фажиғә тураһында йәнә аяныслы хәбәр килә – Нефтсе -Тирмән Йылға торлаҡ районы эргәһендәге һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған быуала 35 йәшлек ҡала кешеһе батып үлгән.

Ир һыуға инә һәм башҡаса күренмәй. Фажиғә урынына тикшереү-оператив төркөмө сыға. Кәүҙәне эҙләүгә ҡотҡарыусылар ҙа йәлеп ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 июлдә һыу ятҡылыҡтарында муниципаль райондың ике кешеһе батып һәләк булғайны. Иҫке Ишембай микрорайонындағы күлдә 23 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлһә, Михайловка ауылы биләмәһендә һыуҙан 49 йәшлек Кинйәкәй кешеһенең кәүҙәһен сығаралар.
Фото: Сергей Полев
Читайте нас: