Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2020, 18:10

Төҫө лә, еҫе лә шифалы

Күҙҙең яуын алып торған сағыу төҫлө гөл-сәскәләр йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биреү көсөнә эйә. Уларҙың төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы.

Күҙҙең яуын алып торған сағыу төҫлө гөл-сәскәләр йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биреү көсөнә эйә. Уларҙың төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы.
Төҫтәр менән дауаланыу төрө – төҫтәр терапияһы бик борон барлыҡҡа килгән, Мысырҙа, Ҡытайҙа, Һиндостанда таралған булған. Төҫтәр менән дауалау ысулы хәҙерге заманда ла киң ҡулланыла. Бәрхәт сәскәһенең төҫө көнсығышта ҡояштыҡы менән сағыштырыла һәм кәйефте күтәреү көсөнә эйә, кешенең абруйын күтәрә, ғаилә ҡороуҙы, атай-әсәй ҡыуанысын татыуҙы, нәҫел ебен дауам итеүҙе тормошҡа ашыра, тиҙәр. Башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерә. Был төҫ шулай уҡ кешенең эске ағзаларына – талаҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе, тын юлдары, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, йәшәртә, кәйефте көйләй, депрессия, стресс кеүек заман сирҙәренән үҙенсәлекле дауа булып тора.
Бәрхәт сәскәһенең еҫе иһә һауалағы паразиттарҙы ҡыуа, төнәтмәһе лә үрҙә әйтеп үтелгән эске ағзаларға ифрат файҙалы.
Фото: zen. yandex.ru
Карима Усманова
Читайте нас: