Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2020, 12:16

Яңы техника ҡайтты

Ошо көндәрҙә “Ишембай район-ара коммуналь һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы ҡеүәтле яңы техника ҡабул итте.

Ошо көндәрҙә “Ишембай район-ара коммуналь һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы ҡеүәтле яңы техника ҡабул итте.
- Республикала бындай техника бары тик бишәү генә, Өфөлә икәү, Октябрьскийҙа һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, хәҙер бына беҙҙә бар. Заманса машина менән канализация торбалары стеналарын ҡаты ҡатнашмаларҙан, иң мөһиме, мәтенән таҙартып буласаҡ. КО-564 машинаһы ҡойоларҙы һәм һыу тондороу ҡорамалдарын таҙартыуҙа ҡулланыла. Быға тиклем улар механик ысул менән таҙартылды. Эшселәргә 7 метрға тиклем тәрәнлектәге ҡойоларға төшөргә тура килә ине. Билдәле, бындай эш хәүефле лә, ауыр ҙа, - тип уртаҡлашты предприятиеның директоры урынбаҫары Юрий Лунев.
Ишембай ҡалаһы һыу үткәреү селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 290,22 километр тәшкил итә, бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу өсөн ер аҫтынан үткәрелгән торбалар системаһы иһә - 95,6 километр. Предприятиеның балансында 1908 һыу үткәргес һәм 2889 канализация ҡойоһо бар. Яңы КамАЗ автомашинаһы базаһындағы КО-564 тибындағы машина ҡаланың канализация системаһы эшендә ҙур ярҙам буласаҡ. Был транспортты уникаль тип әйтергә кәрәк. Предприятие коллективы хәҙер яңы техника ярҙамында эш күпкә тиҙерәк һәм сифатлы башҡарылыр тигән өмөттә.
Фото: автор
Читайте нас: