Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 16:11

Парлы ғүмер – нурлы тормош

Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған парҙар була. Улар бер бөтөндөң ике яртыһы һымаҡ. Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Сәрүәр менән Рауил Нурдәүләтовтар ҙа 55 йыл буйы бер тормош һуҡмағынан бер һүҙле, бер уйлы булып йәнәш атлап килә. Рауил ағай Әптек ауылы егете булһа, Сәрүәр апай Ауырғазынан, бала сағында ата-әсәһе менән Әптеккә күсенгән булғандар. Йәштәрҙең бер-береһе менән осрашып күрешеүе, һөйөү хистәре лә ошо ауылда ярала.

Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған парҙар була. Улар бер бөтөндөң ике яртыһы һымаҡ. Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Сәрүәр менән Рауил Нурдәүләтовтар ҙа 55 йыл буйы бер тормош һуҡмағынан бер һүҙле, бер уйлы булып йәнәш атлап килә. Рауил ағай Әптек ауылы егете булһа, Сәрүәр апай Ауырғазынан, бала сағында ата-әсәһе менән Әптеккә күсенгән булғандар. Йәштәрҙең бер-береһе менән осрашып күрешеүе, һөйөү хистәре лә ошо ауылда ярала.
- Ул ваҡытта мин армиянан ҡайтҡайным. Әптектә клубта киске уйын ваҡытында Сәрүәрҙе бейергә саҡырҙым. Оҙон сәсле бик матур ҡыҙ күңелемә оҡшаны һәм шул көндө оҙатып ҡуйҙым. Шулай итеп дуҫлашып алып киттек, - ти Рауил Әһлиулла улы. Йәшлек хәтирәләренә Сәрүәр апай ҙа ҡушылды: - Мәктәптә һигеҙенсе класты уҡып бөткән саҡ ине. Аҙаҡ мин Өфөлә сауҙа техникумында һөнәр алдым. Ул ваҡытта Рауил “Ағиҙел” совхозында водитель булып эшләй ине инде. 1965 йылда өйләнештек. Шул йылда техникум тамамлап диплом алдым һәм Яңы Әптектә төпләнеп йәшәп алып киттек.
Йәш ғаиләгә фатир бирәләр. Рауил ағай совхозда водитель булһа, Сәрүәр апай склад мөдире вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, Рауил Әһлиулла улының дөйөм хеҙмәт стажы 60 йылға яҡын, водитель һөнәренә ул ғүмере буйы тоғро ҡала. Әле йәше 80-дән уҙһа ла рулдән айырылырға уйламай, машинаһында елдереп йөрөй.
Нурдәүләтовтар өс ҡыҙға – Ләлә, Зилә, Ленаға ғүмер биргән. Зилә һаулыҡ мөмкинлеге сикле булыу сәбәпле, ата-әсәһе эргәһендә йәшәй. Ләлә менән Ленаның күптән үҙ ғаиләләре бар, балалар үҫтереп, матур донъя көтәләр. Ләлә ғаиләһе менән ошо ауылда төпләнгән, Яңы Әптек фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер-акушер булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары Лена - Стәрлетамаҡта, тормошон уҡытыусы һөнәре менән бәйләгән. Өс ейән һәм бер ейәнсәргә олатай-өләсәй Сәрүәр апай менән Рауил ағай. Үҙ-ара татыу ғаиләнең донъяһында ҡот, бәрәкәт була. Ундайҙар тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамын, һоҡланыуын тойоп йәшәй.
- Яҙмышыма рәхмәтлемен, тормош иптәшемдән уңдым. Ғаиләм, балаларым тип, ғүмере буйы тырышып эшләне. Эшенең ауырлығын аңлап, үҙем дә ярҙам итергә тырыштым. Әсәйем беҙҙең менән бергә йәшәне.
Беҙ эшкә йөрөнөк, ул балаларҙы ҡарашты, 100 йәшкә тиклем оҙон ғүмер кисерҙе! Әсәйем кейәүен ныҡ хөрмәт итте, миңә лә һәр ваҡыт “иреңде ҡара, иреңде ашат” тип кенә торҙо. 95 йәшенә тиклем бәйләм тотто, йөн ойоҡто иң тәүҙә кейәүенә өлгөртөр ине, аҙаҡ инде - беҙгә. Ошо рәүешле әсәйем ғаилә башлығының, атай кешенең абруйын күтәрә белде. Тормош иптәшем дә әсәйемде яҡын күреп, тыңлап, кәңәшләшеп торҙо, - ти үткәндәрҙе хәтерләп Сәрүәр Ғәләүетдин ҡыҙы.
Хәтерләй китһәң, әллә күпме матур ваҡиғалар, ғаилә йолалары асыла. 8 март - Рауил ағай өсөн иң көтөп алған, яуаплы байрам икән. Сәскә булмаған замандарҙа ла ҡатынын, ҡыҙҙарын һөйөндөрөү әмәлен тапҡан.
- Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ҡатыным йәш саҡтан уҡ донъя көтөүгә шәп, егәрле булды. Матур йәшәнек, әле лә шуны дауам итәбеҙ. Донъя көткәндә бер-береңә юл ҡуя белеү яҡшы. Мин үҙем тауыш яратмайым, тыныс аңлаша белергә кәрәк. Шуға йәштәргә лә кәңәшем – бер-береһен хөрмәт итеп, татыу йәшәһендәр ине, - ти сабырлыҡ, олпатлыҡ бөркөп торған аҡһаҡал.
Тормошобоҙ етеш, бөтөн булһын, балалар уҡыһын, һөнәр алһын, тәрбиәле булһын тигән уртаҡ маҡсат менән донъя көтөп, ҡартлыҡ еткәне лә тойолмай ҡалған. Хәҙер инде Сәрүәр апай менән Рауил ағай мәртәбәле йәшкә аяҡ баҫҡан.
Уларҙың тормош өлгөһө балаларына ла күскән. Өлкән ҡыҙҙары Ләлә Ҡунаҡбаеваның һөйләгәндәренән был парҙың күркәм сифаттарын йәнә астыҡ.
- Атай-әсәйем менән ныҡ ғорурланам. Кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл булыу тәрбиәһен уларҙан күреп үҫтек. Мин 12 йыл Әптек ауылында фельдшер булып эшләнем. Ауырыуҙарҙан саҡырыу булһа, атайым - төнмө, көнмө, байраммы - тиҙ генә машинаһына ултыртып, Әптеккә алып сығып китә торғайны. Бер ваҡыт 40 градуслыҡ һыуыҡта машинаһын тоҡандыра алмағайны, әсәйем ат табып, мине санаға ултыртып сығарып ебәрҙе. Улар бер ҡасан да кешегә ярҙамдан баш тартманы. Ғаилә ҡороуға яуаплы ҡараш та ата-әсәйемдән киләлер. Әле лә хәтерҙә, тормош ҡорған сағымда атайым: “Кейәүгә сығаһың, артҡа юл юҡ, ғүмер буйы ирең менән бергә йәшәйһең”, тине. Тормош иптәшем менән хәҙер 32 йыл бергә татыу ғүмер итәбеҙ, - был һүҙҙәрҙә Ләлә Рауил ҡыҙының атаһы менән әсәһенә ҡарата рәхмәте лә, ғорурлыҡ хистәре лә сағыла.
Шатлыҡлы ваҡиғаларҙа ла, ҡыйынлыҡта ла бергә булған Сәрүәр апай менән Рауил ағай һаман да йәштәрҙән ҡалышмай бер төптән донъя көтә. Йорт-ихаталарында һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек. Баҡсала йәшелсә-емештәре гөрләп үҫеп ултыра, гөл-сәскәләре лә тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫрайҙар. Бар ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән быуын һаман эшһеҙ тороуҙы үҙ итмәй.
Ғүмер тигәнең күҙ асып йомғансы үтә икән шул, матур йәшәүгә бер ни етмәй. Атай-әсәй, тип өҙөлөп торған аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтереү, ауылдаштарың
араһында абруйлы ғаилә булыу - ғүмер буйы яуланған ҙур мәртәбә. Сәрүәр Ғәләүетдин ҡыҙы менән Рауил Әһлиулла улы Нурдәүләтовтар кеүек изгелекле, егәрле,
ихлас күңелле кешеләр өлгөһөндә тормош асылын аңлайһың.
Фото: автор.
Читайте нас: