Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 00:01

Күсмә ФАП ауылдарға киләсәк

Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл муниципаль районда эшләп килгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафына тағы ла дүртәү өҫтәләсәк – Ғүмәрҙә, Яңы Георгиевкала, Иҫке Һәйеттә һәм Скворчихала.

Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл муниципаль районда эшләп килгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафына тағы ла дүртәү өҫтәләсәк – Ғүмәрҙә, Яңы Георгиевкала, Иҫке Һәйеттә һәм Скворчихала.
Улар муниципаль районда халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу программаһын һәм ил етәксеһе башланғысы менән булдырылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
- Ләкин үҙҙәренең ФАП-тары булмаған ауыл халҡы ла тейешле медицина ярҙамы аласаҡ, - ти Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Шапочкин. – Быйыл мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты арҡаһында ауылдарҙа 57 ҡарау уҙғарылды, улар барышында 600-гә яҡын кеше тикшерелгән. Коронавирус инфекцияһы арҡаһында апрель айынан фельдшер-акушерлыҡ пункттары сығыуы ваҡытлыса туҡтатылып торҙо, ләкин ошо көндәрҙә ул тергеҙеләсәк.
Күсмә ФАПтарҙың ауылдарға сығыу графигын гәзит биттәрендә лә ҡуя барырбыҙ.
Читайте нас: