Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 19:47

Ирекмәндәребеҙ хеҙмәте баһаланды

Уҙған аҙна Йәштәр көнө уңайынан Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле аҫтындағы майҙанда үткән “Беҙ бергә” фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән күҙгәкүҙ ҡарап һөйләште, уларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.

Уҙған аҙна Йәштәр көнө уңайынан Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле аҫтындағы майҙанда үткән “Беҙ бергә” фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән күҙгәкүҙ ҡарап һөйләште, уларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Сарала Ишембай вәкилдәре лә ҡатнашты – Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Нелли Ишембаева дәртле сараның уртаһында ҡайнап, муниципаль районда йәш ирекмәндәр эшен юғары баһалаған мәртәбәле грамота алып ҡайтты.
Быйыл байрам айырыуса үҙенсәлекле, йылы мөхиттә уҙҙы. Ә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бик күп була: башҡорт телен КВН уйындары ярҙамында һаҡлап ҡалыу, ауылдарҙа йәштәр хәрәкәтен үҙгәртеп ҡороу, мәктәп уҡыусыларының шөғөлдәрен киңәйтеү, парашют спортын үҫтереү маҡсатында аэроклубтарҙы тергеҙеү... Парашют тигәндәй, әлеге һөйләшеүгә тиклем Өфө күгендә самолеттар һәм парашютсылар шәп шоу ойоштора.
Радий Хәбировтың йәштәр менән һөйләшеүе импровизацияланған ток-шоуҙы хәтерләтте, уны Рәсәй Дәүләт Думаһындағы йәштәр парламенты етәксеһе Мария Воропаева
һәм билдәле шоумен, комик, СТС каналындағы “Урал билмәндәре” тапшырыуынан Сергей Нетиевский алып барҙы.
- “Аҡсарлаҡ” теплоходында ла йөрөргә яҙҙы. Фестиваль-форумдың мәҙәни программаһының бер өлөшө ошонда ойошторолғайны. Пандемия осоронда муниципаль
райондарҙа ирекмәндәр штабы эшен етәкләгән йәштәрҙе тәбрикләү ҙә ҙур тойғолар ҡалдырҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуровтан Рәхмәт хаты алғанда, әлбиттә, мин үҙебеҙҙең ирекмәндәрҙең ниндәй көс икәнен тағы бер аңланым. Был Ишембай йәштәре эшенә ысындан да ҙур баһа, - тип уртаҡлашты Нелли Риф ҡыҙы.
Читайте нас: