Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 16:03

3 июль – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы көнө

Һөнәр байрамдары араһында был көн үҙенә генә хас мәғәнәгә эйә – юлдарҙа халыҡ именлеген тәьмин итеүсе погонлыларҙы ҙурлауҙан бигерәк, ул һәр кемебеҙҙең яуаплылығы хаҡында иҫкәртә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эше тынысыраҡ булһын тиһәк, әлбиттә, йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә ябай ҡағиҙәләрҙе һанларға кәрәк. Әммә юлдарҙағы ауыр хәлдәр статистикаһы тынысланырға ирек бирмәй.

Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәткәре, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Гөлнур Ғиндуллина тап балалар, йәштәр менән эшләү һөҙөмтә биреүен көндәлек хеҙмәтендә күрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеп, уларҙы үтәүгә кеше ғүмерҙәре бәйле булыуын һеңдереп үҫкән балаларҙы күп ваҡыт өлкәндәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ошо осорҙа ғына, пандемияға ҡарамаҫтан, уҡыусылар менән онлайн форматта ойошторолған дәрестәр, күп төрлө күңелле акциялар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүгә республика кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашыу - былар барыһы мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештә ойошторола.
Читайте нас: