Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 15:18

Тауыш биреү әүҙем бара

Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йорто ошо көндәрҙә һайлау участкаһы ролен үтәне. Бөгөн дә бында әүҙем тауыш биреү бара. Төшкә тиклем алынған мәғлүмәт буйынса исемлектәге 522 һайлаусының 427-һе үҙ тауышын белдереп өлгөргән.

- Тәүге ике көндә халыҡ өҙөлмәне. Бөгөн дә ихлас киләләр, өйҙәренә саҡырталар. 169 һайлаусы тап ошо юлды һайланы, ҡапҡа тышында уҡ ҡаршы алып торалар, - ти бындағы 2152-се һайлау участкаһы рәйесе Динара Ибраһимова.
Фото: автор
Читайте нас в