Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2020, 14:59

Тәүҙә һайлауға, шунан ғына еләккә!

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү дауам итә. Берҙәм һайлау көнө уңайынан аҙна уртаһында бирелгән ял көнөн һәр кем үҙенсә планлаштыра, бигерәк тә 1 июлгә тиклем тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланғандар отто – теләйһең икән иртә менән бесәнгә, еләккә!

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү дауам итә. Берҙәм һайлау көнө уңайынан аҙна уртаһында бирелгән ял көнөн һәр кем үҙенсә планлаштыра, бигерәк тә 1 июлгә тиклем тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланғандар отто – теләйһең икән иртә менән бесәнгә, еләккә!
- 25 июндән башлап ауылда тауыш биреү участкаһынан бер ҙә кеше өҙөлмәй. Мәҙәниәт йортонда техник хеҙмәткәр булғас, таҙалыҡ булдырыу минең иңдә, дезинфекция эшләп тороуға талап көслө, - ти Түбәнге Әрмет ауылынан Рәшиҙә Шаһиева. Алты балаһын лайыҡлы үҫтереп, “Әсәлек даны” миҙалы ҡаҙанған Рәшиҙә Минебай ҡыҙы һайлауҙарҙың төрлөһөн күргән. Бөгөн ул йәштәр оло быуын кәңәшенә ҡолаҡ һалһын, әүҙем булһын тип теләй. – Участкаңа һуғылып, тауыш биреп сығыр өсөн 10 минут ваҡыт етә. Бесәненә лә, еләгенә лә өлгөрөп була, эш ҡасмай. Һайлауға килмәһәң, үҙ тормошоңа битарафлыҡ кеүек бит. Бурыс булып тормаһын тип, тәүге көндә үк тауыш биреп ҡуйҙым.
Егәрле ауылдашы әйткәнен һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүсеһе булған Илүзә Хәлитова ла ҡеүәтләне.
- Үрге Әрметтә һайлау участкаһы айырым, беҙҙәге 2163-сө участкала бөтәһе 423 кеше тауыш бирергә тейешлеген беләм. 1 июлгә әҙ генә кеше ҡалыр кеүек, комиссия ағзалары тауыш биреп өлгөргәндәр һаны буйынса беҙҙең ауыл районда иң әүҙемдәр рәтендә тине. Ярышыу түгел, әлбиттә, шулай ҙа был халыҡтың дөйөм кәйефен, республикала, районда алып барылған эштәргә ҡарашын сағылдыра кеүек, - тип уртаҡлашты ул.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та тормош иптәше Айгөл Хәниф ҡыҙы менән уҙған йома көндө үк тауыш биреп ҡуйҙы. Йәштәр һарайында урынлашҡан 2146-сы һайлау участкаһы ҡалала иң күп халыҡ ҡараған участкаларҙың береһе. Тәүге һайлау көнөндә генә йөҙҙән ашыу кеше килгән, өйҙәрендә тауыш бирергә теләгән ололар байтаҡ булған.
- Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең әһәмиәтен һәр беребеҙ аңларға тейеш. Яҡташтарҙың яуаплы ҡарашына, әүҙем гражданлыҡ позицияһына ышанам, - тине Азамат Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына 1 июлдә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе
үтәүгә контролде көсәйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. «Әлбиттә, төп тауыш биреү көнө – 1 июль, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә иғтибар итеүҙе һорайым, сөнки бындай көндәрҙә этеш-төртөш, сират юҡ, ә халыҡтың төп ағымы 1 июлдә килеүе мөмкин. Бер нисә муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, тауыш биреүҙең беренсе көнө тамамланыуға, 25 июндә үк, ҡайһы бер ауыл халҡы 100 процент тауыш биргән”, — тине Башҡортостан етәксеһе.
Был йәһәттән беҙҙең район һәм ҡалалағы 73 һайлау участкаһында ла эштәр өлгөлө ҡуйылған, һәр һайлаусы хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителә.
Фото: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: