Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2020, 19:17

Ер эше – ныҡ егеттәр өлөшө

Механизатор – әлеге көндә ауыл ерендә иң ҡәҙерле һөнәрҙәрҙең береһе. Эш менән сынығып үҫкән, көслө, дәртле егеттәр килә был һөнәргә.

Механизатор – әлеге көндә ауыл ерендә иң ҡәҙерле һөнәрҙәрҙең береһе. Эш менән сынығып үҫкән, көслө, дәртле егеттәр килә был һөнәргә.
“Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығында хеҙмәт итеүсе Азамат Хәйруллин да үҙ эшенең оҫтаһы. Беҙ уны Дон-680 мал аҙығы әҙерләү комбайнында эш мәлендә тап иттек. Был хужалыҡта дүртенсе йыл хеҙмәт итһә лә, руль артында дөйөм стажы уның 20 йылға етә.
- Яңы, бөтә яҡлап та уңайлы техника. Кабина эсендә лә һауа температураһын көйләп була, һыуыҡ булһа – йылытам, эҫе булһа - һыуытам тигәндәй. Яғыулыҡ-майлау материалдары яғынан да ҡытлыҡ булғаны юҡ. Эш кешеһенә иғтибар ҙур - ашау ҙа хәстәрләнгән, төшкө һәм киске ашты яланға килтереп ашаталар. Эш хаҡы менән дә ҡәнәғәтбеҙ, ваҡытында түләнә. Ошондай яҡшы шарттар булғанда дәртләнеп эшләргә генә ҡала, - ти Кинйәбулаттан бында йөрөп эшләүсе механизатор.
Оҫта механизатор һис ҡасан буш тормай. Бесән ваҡыты етһә – бесәндә, аҙаҡ иген йыйыу комбайнына күсеп ултыра. Ауыл хужалығында һуҙылып йөрөү юҡ, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Кешене эше биҙәй, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Эшкә яуаплы ҡараш, тыуған ер тойғоһо – былар барыһы ла уңышлы хеҙмәт нигеҙе.
Фото: автор
Читайте нас: